Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тәүге наградалар уйнатылды

Ярыш баш ҡаланың Еңеү паркында үтте. Һөҙөмтәлә Рәсәй спортсылары еңеүҙе ситкә ебәрмәне. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүгеләрҙән булып финшҡа Мария Новикова килде, икенсе урында – Антонина Найденова, өсөнсө урынды Ирина Лапикус яуланы. Ошо уҡ ярыш төрөндә ир-егеттәр араһында алтын миҙал – Никита Смирновта, көмөш миҙалды Владмир Гринин, бронзаны Никита Асоян яуланы. Тәүге еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Әлеге мәлдә Римма Батталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә баскетбол буйынса ярыш бара. Ошо минуттарҙа көрәш буйынса еңеүселәр билдәле буласаҡ. Кискеһен БЮТ каналында уйындарҙы асыу тантанаһы тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Фотолар Бөтә Рәсәй һаңырауҙар спроты федерацияһынан алынды.