Өфөгә Ирактан килгән спортсы нимәләр хаҡында белдерҙе. Бөгөн, йәйге Сурдлимпия уйындарының беренсе көнөндә, Өфөгә Ирактан килгән спортсы Хәсән Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө тураһындағы тәьҫораттары хаҡында әйтте. - Командабыҙ Өфөгә кисә килде. Беҙ “Президент-отель”гә урынлаштыҡ. Йылы ҡабул итеүҙәренә шатбыҙ, туғандары кеүек ҡаршыланылар, - тип белдерҙе спортсы. – Беҙ, Иракта йәшәүселәр, Рәсәйҙе ныҡ яратабыҙ һәм бында ла һеҙҙең һөйөүҙе тойҙоҡ. Бөгөн ярыштарҙа ваҡиғалар солғанышына сумдыҡ, бында – дуҫлыҡ һәм көнәркәшселек рухы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла уңыштар, көслөләргә еңеү теләйбеҙ, Хәсәндең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул урындағы аш-һыуҙы тәмләп ҡарамаған әле, әммә быны мотлаҡ эшләйәсәк. Фото: vk.com/myvmestesport_ufa