Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфө - донъя спорты үҙәге!

Рәсәй – спорт өлкәһендә социаль йәһәттән йүнәлеш алған илдәрҙең береһе. Илебеҙ бөйөк спорт дәүләте булып ҡала һәм ул – тотош донъя өсөн спорт иле. 2 авгусҡа тиклем Башҡортостанда донъяның 30 иленән, шул иҫәптән Бразилиянан, Франциянан, Төркиәнән, Испаниянан, Израилдән, Кениянан, Филлиппиндан, Бахрейндан, Ирандан, Ираҡтан, Вьетнамдан, АҠШтан бер атлет - Брэди Перри һәм башҡаларҙан спортсылар ҡатнаша. Америка спортсыһы Рәсәйҙең дуҫлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ иле, спорт һәм уның идеалдары - ғәҙеллек, тигеҙлек һәм намыҫлы көрәш - өсөн сығыш яһаусыларҙы ҡаршы алырға шат икәнлеге тураһында белдерҙе. Артистар спортсыларға һәм сара ҡунаҡтарына башҡорт мөхитен, тәбиғәтен һәм башҡаларҙы сағылдырырға тырышты. Мәскәү һәм Өфө артистары әҙерләгән шоу барыһына ла оҡшаны. Сурдлимпиясылар араһында почетлы ҡунаҡтар сығыш яһаны. Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн шарттар тыуҙырыу Рәсәйҙәге дөйөм милли өҫтөнлөктәренең береһе икәнлеге хаҡында һүҙҙәр ҙә бар ине. “Бында барлыҡ йүнәлештәр ҙә, шул иҫәптән спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге лә мөһим. Һуңғы йылдарҙа илдең барлыҡ төбәктәрендә күнекмәләр үткәреү өсөн инфраструктура яңыра, төрлө ярыштар, турнирҙар үткәрелә. Улар араһында “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары мөһим роль уйнай”, - тип әйтелгән ине Рәсәй Президенты ҡотлауында. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала спорттың мөһим урын биләүе хаҡында әйтте. Төбәктә йәшәүселәр төрлө чемпионаттарҙа ҡатнаша, алдынғы урындарҙы биләй. Радий Фәрит улы спорт ветерандарының оло хөрмәт менән файҙаланыуы тураһында һөйләне. Николай Гастелло исемендәге спорт мәктәбе тренеры Валентина Ивановаға һәм адаптив спорт үҙәге тренеры-уҡытыусыһы Валентин Пеговҡа Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Йәйге Сурдлимпия уйындарына стартты Рәсәй һаңғырауҙар спорт федерацияһы президенты Дмитрий Ребров һәм Рәсәй йыйылма командаһының бадминтон буйынса спортсыһы-ағзаһы Карина Рокицкая бирҙе. Матур тантана Мәскәүҙең ым-ишара театры һәм “Бишбармаҡ” этник-фолькло тркөмө сығыштары менән тамамланды. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә үҙҙәренең уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән спорт менән шөғөлләнеү өсөн булдырылған шарттарҙың Рәсәй өсөн дөйөм милли өҫтөнлөк икәнлегенә дәлил был татнана. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә күнекмәләр өсөн ифраструктура барлыҡҡа килә һәм замансалаштырыла, төрлө ярыштар үткәрелә. Улар араһында “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары ла бар. Баш ҡалабыҙҙа үтәсәк ярыштар илдә сәләмәт һәм әүҙем тормошто популярлаштырыу өсөн ойошторола. Быға “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты булышлыҡ итә. Рәсәй командаһына килгәндә, ул – ҡатнашыусылар һаны буйынса лидер. Шулай итеп, был көндәрҙә Өфөбөҙгә тотош донъяның иғтибары йүнәлтелгән. Республикабыҙҙағы спорт инфраструктураһы иһә һәр кем файҙалана алырлыҡ. Йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үткәрелә. Һаңғырауҙар араһында спорттың 21 төрө - бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, маунтинбайк велосипед спорты, шоссе велосипеды спорты, атыу, спорт ориентирлауы, волейбол, каратэ, тхэквондо, футбол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляжлы волейбол, боулинг – буйынса үткәрелә. Был көндәрҙә Башҡортостан спорты биттәрендә үҙенсәлекле биттәр яҙыла. Ошо тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булырға ашығығыҙ, спортсылар өсөн “көйөгөҙ”. Уларҙың һәммәһенә лә уңыштар юлдаш булһын! Динар Кәлимуллин фотолары.