24 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр. Вице-премьер – финанс министры Лира Иғтисамова ярҙам йүнәлештәре хаҡында ентекле һөйләне. Республикала бөтәһе 33 сара эшләй. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. 2023 йылдың июль башына хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең өс меңдән ашыу балаһы бушлай балалар баҡсаһына йөрөй. Бынан тыш, 5-11 кластарҙан 2,5 мең уҡыусы һәм 556 студент бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ уҡыусылар һәм 23 йәшкәсә студенттар ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. 3,7 мең кеше ошондай хоҡуҡ менән файҙаланған да инде. Ике меңдән ашыу бала бушлай түңәрәктәргә йөрөй. Тағы 254 бала шифахана-курорт дауаланыуы үтте. Ә бөтәһе 11 меңдән ашыу кешегә – МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына медицина ярҙамы күрһәтелде. – Яугирҙәребеҙҙең туғандарының күп һанлы мөрәжәғәттәре менән бәйле 14 көнлөк шифахана-курорт дауалауы биреү өлөшөндә үҙгәрештәр индерелә, – тип билдәләне Лира Иғтисамова. - Махсус операцияла ҡатнашыусыға һайлау тәҡдим итәбеҙ – был хоҡуҡты туғандарҙың береһе – ҡатынына йәки ата-әсәһенә тапшырырға. Йәки уларҙың береһе менән ете көн дауамында сәләмәтләндереү. Бынан тыш, 152 кеше – торлаҡҡа газ үткәреү өсөн 100 мең һум күләмендә, ә 11 кеше баҙарҙа талап ителгән һөнәрҙәргә уҡытыу өсөн 50 мең һумлыҡ сертификаттар алды. – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды ойошторолдо. Был тейешле ярҙам алыу өсөн берҙәм майҙансыҡ, – тине Лира Иғтисамова. – Төбәк филиалы Республиканың МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге базаһында эшләй. Үҙәк офистары Өфөлә, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала эшләй. Оҙаҡламай төбәктә шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса үҙ-үҙен көйләүсе берҙәм федераль ярҙам стандарты индерелә, ул 20 саранан тора. Уларҙың күпселек өлөшө Башҡортостанда тормошҡа ашырыла башлаған да инде. Төбәк етәксеһе республика Хөкүмәтенә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте. – Беҙҙә республика яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам системаһы төҙөлгән. Бөтә сараларҙың да һөҙөмтәле эшләүе, шул уҡ ваҡытта кешеләргә ҡарата иғтибарлы ҡараш булмауы мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Был эш аныҡ төҙөлөргә тейеш. Урындарҙа бөтә ойошмалар һәм етәкселәр уға яуаплы ҡарарға тейеш. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.