Махсус хәрби операция барһа ла, тормош ерҙә дауам итә. Иглин районының ЗАГС бүлегендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Саха” позывнойлы егет менән Анна исемле ҡыҙ никахтарын теркәне. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға туғандары, дуҫтары, район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ла килде. – Егеттәр ялға ҡайтһа, улар менән осрашып һөйләшәбеҙ, хәлдәрен һорашабыҙ. Төрлө сараларға саҡырабыҙ, никахтар ҙа булып тора, сабыйҙар донъяға килә. Тимәк, тормош дауам итә. Беҙ егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Бөгөн барлыҡҡа килгән яңы ғаиләгә бәхет теләйбеҙ, - ти Гүзәл Насирова. Йәштәр электән үк никахтарын теркәргә хыялланған. Егет 2015-2016 йылдарҙа Ырыбур өлкәһендә артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Былтыр доброволец булып махсус хәрби операция зонаһына киткән. Ялға ҡайтҡанында, улар ғаилә мөнәсәбәттәрен законлаштырырға булғандар. – Беҙ күптәндән таныш, мин уны армиянан көтөп алдым. Тәүге тапҡыр ҡайтҡанында өйләнешергә тәҡдим яһаны, ә икенсеһендә өйләнешергә булдыҡ. Мин уның иҫән-һау, Еңеү менән ҡайтҡанын көтәм, – ти Анна. Фото: Иглин районы хакимиәте.
“Тәүге ҡайтҡанында тәҡдим яһаны, икенсеһендә өйләнештек...”
24 июля 202324 июл 2023
~1 мин