Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Беҙ Рәсәйҙе яратабыҙ”

Бөгөн, йәйге Сурдлимпия уйындарының беренсе көнөндә, Өфөгә Ира3тан килгән спортсы Хәсән Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө тураһындағы тәьҫораттарын һөйләне. - Командабыҙ Өфөгә кисә килде. Беҙ “Президент-отель”гә урынлаштыҡ. Йылы ҡабул итеүҙәренә шатбыҙ, туғандары кеүек ҡаршыланылар, - тип белдерҙе спортсы. – Беҙ, Ираҡта йәшәүселәр, Рәсәйҙе ныҡ яратабыҙ һәм бында ла һеҙҙең һөйөүҙе тойҙоҡ. Бөгөн ярыштарҙа ваҡиғалар солғанышына сумдыҡ, бында – дуҫлыҡ һәм көнәркәшлек рухы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла уңыштар, көслөләргә еңеү теләйбеҙ. Хәсәндең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул урындағы аш-һыуҙы тәмләп ҡарамаған әле, әммә быны мотлаҡ эшләйәсәк. Уға һәм йәйге Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләйек. Йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үткәрелә. Һаңғырауҙар араһында спорттың 21 төрө - бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, маунтинбайк велосипед спорты, шоссе велосипеды спорты, атыу, спорт ориентирлауы, волейбол, каратэ, тхэквондо, фут

Бөгөн, йәйге Сурдлимпия уйындарының беренсе көнөндә, Өфөгә Ира3тан килгән спортсы Хәсән Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө тураһындағы тәьҫораттарын һөйләне. - Командабыҙ Өфөгә кисә килде. Беҙ “Президент-отель”гә урынлаштыҡ. Йылы ҡабул итеүҙәренә шатбыҙ, туғандары кеүек ҡаршыланылар, - тип белдерҙе спортсы. – Беҙ, Ираҡта йәшәүселәр, Рәсәйҙе ныҡ яратабыҙ һәм бында ла һеҙҙең һөйөүҙе тойҙоҡ. Бөгөн ярыштарҙа ваҡиғалар солғанышына сумдыҡ, бында – дуҫлыҡ һәм көнәркәшлек рухы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла уңыштар, көслөләргә еңеү теләйбеҙ. Хәсәндең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул урындағы аш-һыуҙы тәмләп ҡарамаған әле, әммә быны мотлаҡ эшләйәсәк. Уға һәм йәйге Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләйек. Йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үткәрелә. Һаңғырауҙар араһында спорттың 21 төрө - бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, маунтинбайк велосипед спорты, шоссе велосипеды спорты, атыу, спорт ориентирлауы, волейбол, каратэ, тхэквондо, футбол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляжлы волейбол, боулинг - буйынса үткәрелә. Ярыштар 18 спорт ҡоролмаһында һәм объектында үткәрелә. Уйындарҙа 30 илдән, шул иҫәптән АҠШ-тан, Бразилиянан, Франциянан, Төркиәнән, Испаниянан, Израилдән, Кениянан, Филлиппиндан, Бахрейндан, Ирандан, Ираҡтан, Вьетнамдан һәм башҡаларҙан спортсылар ҡатнаша. Фото: vk.com/myvmestesport_ufa