Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугирҙәр өсөн улар терәк

2023 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү өсөн социаль координаторҙар һаны 40-тан 180-гә тиклем арта. Улар “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының республика филиалы штатында эшләйәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ойошма етәксеһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың апрелендә Рәсәй Президенты Владимир Путин МХО ветерандарын һәм яугирҙәрҙең ғаиләләрен шәхси оҙатыу өсөн дәүләт фонды булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Өфөлә ойошма офисы 1 июндә Минһажев урамы, 107 адресы буйынса эшләй башланы. Филиал штатында – 40 социаль координатор, уларҙың икәүһе – үҙәк бүлектә, 38 кеше төбәк муниципалитеттарында эшләй. Йыл аҙағына тиклем уларҙың һанын 180 кешегә арттырыу планлаштырыла. Социаль координаторҙар араһында – хәрби хәрәкәт ветеранд

2023 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү өсөн социаль координаторҙар һаны 40-тан 180-гә тиклем арта. Улар “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының республика филиалы штатында эшләйәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ойошма етәксеһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың апрелендә Рәсәй Президенты Владимир Путин МХО ветерандарын һәм яугирҙәрҙең ғаиләләрен шәхси оҙатыу өсөн дәүләт фонды булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Өфөлә ойошма офисы 1 июндә Минһажев урамы, 107 адресы буйынса эшләй башланы. Филиал штатында – 40 социаль координатор, уларҙың икәүһе – үҙәк бүлектә, 38 кеше төбәк муниципалитеттарында эшләй. Йыл аҙағына тиклем уларҙың һанын 180 кешегә арттырыу планлаштырыла. Социаль координаторҙар араһында – хәрби хәрәкәт ветерандары, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары. Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, республика филиалының эше төрлө йүнәлештәр буйынса бара. Улар – социаль ярҙам, медицина хеҙмәтләндереүе, административ мәсьәләләр, власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү, ижтимағи проекттар һәм мәғлүмәтләштереү. – Фондтың филиалы республиканың министрлыҡтары, ведомстволары һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында 35 килешеү төҙөнө, – тине Гөлнур Ҡолһарина.– Филиалда график буйынса килешеүҙәр нигеҙендә Рәсәй Юстиция министрлығының республика буйынса идаралығы, Рәсәй Юристар ассоциацияһы, Башҡортостандың Дәүләт юридик бюроһы, Нотариаль палата, Адвокаттар палатаһы, Рәсәй Социаль фондының төбәк бүлексәһе белгестәре ҡабул итә. Медицина психологының көндәлек консультацияларын һәм табиптар – травматолог-ортопед, реабилитолог, протез-ортопедия үҙәктәре белгестәренең ҡабул итеүен ойошторҙоҡ. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тормоштоң төрлө хәле менән осрашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә фондтың ваҡытында кәрәкле ярҙам күрһәтеүе мөһим. Мәҫәлән, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды бурыстары иҫәбендә – МХО ветерандарын ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү. Шулай уҡ яугирҙәрҙе патриотик тәрбиә биреү буйынса йәмәғәт проекттарында ҡатнашыуға йәлеп итеү планлаштырыла. Мәҫәлән, Фонд белгестәре республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү аша махсус хәрби операция ветерандарын реабилитациялау һәм социаль адаптация буйынса эш ойошторған. – Беҙҙең республика махсус хәрби операция яугирҙәре иҫәбенән паралимпиясылар әҙерләү, шулай уҡ адаптив спорттың иң яҡшы төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашыу өсөн федераль майҙансыҡ була ала, – тип йомғаҡ яһаны дәүләт фонды филиалы етәксеһе. Оператив кәңәшмәлә “Ватан яугирҙәренең ғаиләләре комитеты” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының төбәк штабы етәксеһе Эльвира Мацкевич сығыш яһаны. Ул штабтың эше тураһында һөйләне, уның төп бурысы – МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса дәүләт структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары эшен координациялау. Штаб составында – 11 кеше. Ҡағиҙә булараҡ, был махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары – ирле-ҡатынлы, тол ҡатындар, ата-әсәһе, ағай-апайҙары. Төбәк штабы активистары үҙ эшен төп эштән буш ваҡытта бушлай алып бара. Филиал эшмәкәрлегенең йүнәлештәре – мөрәжәғәттәр ҡабул итеү һәм эшкәртеү, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм онлайн-киңлектә эшләү. Уның исеменә юридик, медицина, психологик, психотерапевтик ярҙам, төбәк ярҙамы саралары һәм түләүҙәр, шифахана-курорт дауаланыуы, ирекмәндәр ярҙамы тураһында 730-ҙан ашыу һорау килгән. Йәмәғәт ойошмаһының планында – республика власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығытыу, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән күсмә осрашыуҙар, үҙенең филиал селтәрен үҫтереү һәм социаль проекттарҙы, шул иҫәптән “Герой ҡатыны”, “Хәтер китабы”, “Геройҙар аллеяһы”н тормошҡа ашырыу. Төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына ойошманың төбәк штабы башланғыстарына булышлыҡ итергә тәҡдим итте. Шулай уҡ Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәткән йәмәғәт ойошмаларына республика Башлығы гранттарын алыуға ғариза кампанияһы сиктәрендә булышлыҡ итергә ҡушты. – 2024 йылда республика Башлығы гранттарына ғаризаларҙы анализларға һәм ошондай йәмәғәт ойошмалары өсөн ярҙам күләмен билдәләргә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Сөнки иң мөһим бурыс – ябай булмаған осорҙа хәрбиҙәргә ярҙам итеү. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.