Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡеүәтле энергетикаһы һиҙелеп тора

Бөгөн Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайының тәүге гранит йөҙләү плитәһен ҡуйыу тантанаһында ҡатнашты. Был бина – Өфөнөң 2024 йылда билдәләнәсәк 450 йыллығына әҙер булырға тейешле юбилей объекттарының береһе. Республика Башлығы һәм Федераль ведомство етәксеһе төҙөлөш барышы һәм объекттың архитектура-планлаштырылыу үҙенсәлектәре менән танышты. Яңы спорт учреждениеһында көс һынау һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштары уҙғарыласаҡ. “Бында федераль финанслауҙың һәм ярҙамдың өлөшө ҙур. Рәсәйҙең Спорт министрлығына рәхмәт белдерәм. Был объектты Өфөнөң халыҡ тығыҙ йәшәгән районында төҙөйбөҙ, бында балалар ҙа күп. Улар өсөн Көрәш һарайы йорт янында спорт менән шөғөлләнеү өсөн һәйбәт майҙансыҡ буласаҡ”, – тине Радий Хәбиров. “Спорт комплексы әле төҙөлөп бөтмәҫтән үк уның ҡеүәтле энергетикаһы һиҙелеп тора. Тәүге сиратта – төҙөүселәр, архитекторҙар, көрәшселәр йәмғиәтенең тырышлығы менән. Радий Фәрит улы үҙенең энтузиазмы һәм беҙҙең традицияларға ихтирамы менән ошо проектты башлап ебәрҙе”, – тине Олег Матыцин. – Төп бурыс – уны республикала йәшәгән һәм спорт менән мауыҡҡан кешеләрҙе йәлеп итерлек урынға әйләндереү” Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көрәш һарайы төҙөлөшө 2019 йылдың авгусында төбәгебеҙ етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы менән башланып китте. Быйылғы июлгә ҡарата уның әҙерлеге 30 процент тәшкил итә. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.