1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу барышында беренсе тапҡыр теркәлгән ауылдар араһындағы Борғонбашта 425 башҡорт йәшәгәнлеге билдәле. Хәҙер инде ул бер ни тиклем бушап, хужалыҡтары кәмеп ҡалған, ни бары 117 кеше йәшәй. Шулай ҙа борғонбаштар сер бирергә теләмәй, “уның ҡарауы, беҙҙең ауылдаштар бик берҙәм, ярҙамсыл”, ти. Ташкент, Икенсе Еремйәбаш һәм Борғонбаш ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән социаль хеҙмәткәр Гөлсинә Мәғдән ҡыҙы Ғәләүетдинова яҡташтарының көнкүреше, ғаилә хәле, хатта сәләмәтлек торошо менән яҡындан таныш. Ошо тынғыһыҙ, ауыр бурысты башҡарған 12 йыл эсендә ярҙамға мохтаж өлкәндәр, ҡаты сирлеләр менән уртаҡ тел табырға, хәлдәренә инергә, көнкүрештәрен еңеләйтергә күнеккән ҡатын бөгөн үҙе лә йылы һүҙгә, хәстәрлеккә мохтаж. Иң мөһиме – тынғылыҡ бирмәгән ауыр уйҙарҙан ҡотолоу, төшөнкөлөккә бирелмәү өсөн терәк булырлыҡ, эс серҙәрен уртаҡлашырлыҡ күрше-күлән, дуҫ-иш булыуы бик кәрәк. Улдарын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан әсәләрҙең йөрәктәре бөгөн берҙәй тибә, уларҙың уй-теләктәре лә уртаҡ – илгә тиҙерәк Еңеү килһен, ҡәҙерләп үҫтергән балаҡайҙары йорттарына имен-аман әйләнеп ҡайтһын. Ғәләүетдиновтар ғаиләһе былтыр сентябрҙә улдары Аязды махсус хәрби операцияға оҙатҡан. “Билдәһеҙлек ныҡ үҙәккә үтте, кисен дә уйланаһың, балаңа иҫәнлек теләйһең, таң атҡанда ла шул уй менән уянаһың. Тормош иптәшем Данистың үҙен ирҙәрсә ныҡ тотоуы, “борсолма, барыһы ла яҡшы булыр” тип тынысландырып тороуы, Яңауылда йәшәгән ҡыҙым Алһыуҙың йыуатҡыс һүҙҙәре күңелде баҫа төштө. Сер уртаҡлашырлыҡ, бер-береңде аңлаған килендәшемдең булыуы үҙе ҙур ҡыуаныс! Ирҙәребеҙ Данис менән Радик – бер туғандар. Улдарыбыҙ ҙа бер ваҡытта махсус хәрби операцияға алынды. Бер үк уй, бер үк мәнфәғәттәр, хәстәрлектәр менән йәшәйбеҙ. Улыбыҙ физик йәһәттән һыр бирерлек түгел, спорт менән дуҫ булды, саңғы ярыштарында ҡатнашты. Рамир ҙа күҙ алдыбыҙҙа баҫалҡы, тырыш егет булып буй еткерҙе”, – ти әсә Ватан һағына баҫҡан ауыл малайҙары хаҡында. – Апрель айында ялға ҡайтҡан улдарығыҙҙы танынығыҙмы һуң? Нисек ҡаршы алдығыҙ? – тигән һорауыбыҙҙан Гөлсинә йылмайып ҡуйҙы. – Таныныҡ та, таныманыҡ та... Тәтешленең бер төркөм егеттәре “ҡыҙыу нөктә”нән бергә ҡайтты. Ихласлыҡтары, шуҡлыҡтары менән – беҙҙең малайҙар, ә етдилектәре, ололарса фекер йөрөтөүҙәре, үҙ-үҙҙәрен тотоштары, ҡараштары менән бер башҡа үҫеп киткәндәр. Мәктәптәге иҫтәлекле осрашыуҙарҙа ҙур теләк менән ҡатнаштылар, ауылдаштар менән аралаштылар, ниндәй генә һорауҙар биреп, ҡылдарын сиртеп ҡараһаң да, ауыҙҙарынан “ҡыйын”, “кире барырға теләк юҡ” тигәнде ишетмәнек. Ауылдаштарға ҙур рәхмәт инде, егеттәрҙе оҙатҡанда кәрәк-яраҡҡа аҡса йыйҙылар, район хакимиәте исемле тепловизор, кронштейн алды, эшҡыуар Камил Ибәтуллин һәр егеткә посылка ебәрҙе, “УАЗ” машинаһы тапшырҙы... Гөлсинәнең килендәше Ира Мөхәмәтйән ҡыҙы әйтеүенсә, улдары Рамир менән һирәк кенә шылтырашып торғандар. Егет Силәбеләге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Былтыр сентябрҙә тәүгеләрҙән булып мобилизацияланған. “Ҡазанда хәрби әҙерлектә ятҡанда, улым, барыбыҙҙы шаҡ ҡатырып, өйләнергә булды. Бындай ҡатмарлы, билдәһеҙлек хөкөм иткән мәлдә (туй ҡайғыһымы ни?) шатлыҡлы хәбәрҙе һис көтмәгәйнек, шулай ҙа ҡаршы төшөп маташманыҡ, фатихабыҙҙы бирҙек. Ирем төшөнкөлөккә бирелергә форсат бирмәне: “Улың армия хеҙмәтендә илен һаҡларға тип ант биргән, тимәк, ул мотлаҡ барырға тейеш. Кем һуң әсәйҙәрҙе, балаларҙы яуызлыҡтан ҡурсалар, хәҙер бурыс тап беҙҙеке кеүек егеттәр иңендә”, – ти. Апрель айында бер төркөм Тәтешле егеттәре ялға ҡайтып төшкәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Аяз менән Рамир ҙа бергә. Сәскә гөлләмәләре тотоп ҡайтып инделәр. Халыҡ уларҙы ҡушҡуллап, яратып, хөрмәтләп ҡаршы алды. Ауылдаштарға, ауыл хакимиәтенә рәхмәт, егеттәр үҙҙәрен байрамға ҡайтҡандай тойҙо. “Әсәй, әгәр илар булһаң, ҡайтмайым” тигән уйынлы-ысынлы шарты ла бар ине Рамирҙың. Күҙ йәшен күрһәтмәҫкә тырыштыҡ инде. Беҙ, әсәйҙәр, һигеҙ ай буйы ут эсендә йөрөп, атайҙары күрмәгәнде күреп, сынығып ҡайтҡан улдарыбыҙҙың ир ҡорона ингәнен, зарланмағанын, һүҙҙе үлсәп һөйләргә өйрәнгәнен күреп аптыраныҡ. Беҙгә концерт ҡуйып, шаяртып-көлдөрөп, күңелдәребеҙҙе күтәреп, тынысландырып кире киттеләр. Элекке баҙнатһыҙ, ҡыйыуһыҙ ғына ауыл малайҙарын танырлыҡ та түгел. Күҙгә артыҡ салынмаған, ебек кенә кеүек тойолған бер яҡташ егетебеҙҙең шартлатып хәбәр һөйләүенән хатта күҙемә йәштәр тығылды. 1999 – 2000 йылғы малайҙар бит күбеһе, дәрттәре ташып тора, шуҡтар, шаяндар. Гитарала уйнап, йырлап, күңелдәре булғансы рәхәтләнеп ял иттеләр. Улымдың киткән саҡта хатта музыка колонкаһын үҙҙәре менән алырға теләге бар ине – килеп сыҡманы”, – тип хушлашыу көнөн хәтергә төшөрөп йылмайҙы әсә. Ҡыйыу улдар, ил һаҡсылары үҫтергән килендәштәр менән һаубуллашып, йорттарына именлек теләп, ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалабыҙ. Әсәләрҙең теләге ҡабул булырына ышанабыҙ, сөнки уларҙың һөйөүендәй сикһеҙ тәрән диңгеҙ бер ерҙә лә юҡ. - Динә АРЫҪЛАНОВАТәтешле районы