Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡалыптарҙан ҡурҡырға ярамай

Июль башында Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында абитуриенттарға ярҙам итеү штабы эшләй башланы. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, һүҙ Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарына ҡабул итеү кампанияһында ҡатнашыу хаҡында бара. Көнүҙәк сараны Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы (“BashStudents!”) ойошторған. Улар консультациялар үткәрә, әле генә мәктәпте тамамлаған егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә, баш ҡала вуздарына уҡырға инергә теләгән уҡыусыларҙан анкеталар ҡабул итә. Форсаттан файҙаланып, Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһының башҡарма директоры, Учалы егете Илшат РӘХМӘТУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ һәм ойошманың эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаныҡ. – Ассоциацияның тарихы хаҡында кәлимә һүҙ. – Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарында уҡыған яҡташ студент­тарҙы берләштергән ойошма яҡын­са 2008 – 2010 йылдарҙа ойош­торолған, әлеге көндә Баш­ҡортос­тан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары булған Азат Шамил улы Бадранов уның тәүге рәйесе ине. Ул Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында бе­лем алған һәм, әүҙем, маҡсатлы милләттәшебеҙ булараҡ, эргәһендә яҡташтарын – Башҡортостандан баш ҡалаға уҡырға килгән йәштәрҙе берләш­тереүгә, ойошманың эшмә­кәрлек даирәһен киңәйтеүгә өлгәшкән. Ул осорҙа йәштәрҙе илдең абруйлы вуздарында уҡытыу йәһәте­нән республикабыҙҙа маҡсатлы программалар ҙа эшләгәне мәғлүм. Был мөмкинлек бихисап яҡташы­быҙға Мәскәү һәм Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлеген бирҙе. Айырыу­са бының ауыл мәктәптәрен тамам­лаған балалар өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләгем килә. Әле лә йәштәрҙең маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеү мөмкинлеге бар. Был эш биреүсе яғынан төрлө гарантияларҙы нигеҙ­ләй: социаль стипендия, юл хаҡын түләү, уҡыу тамамланғас, эшкә урынлаштырыу һәм башҡалар. – Ассоциацияның эшмәкәрле­генә ҡасан ҡушылдың? – Был хәл 2012 йылда булды. Мин Башҡорт дәүләт универси­тетының физика-математика факультетын, унан магистратураны тамамланым. Ошонда уҡ уҡыу йортон тамам­лау­сы­ларҙы эшкә урын­лашты­рыуға булыш­лыҡ итеү үҙәген­дә хеҙмәт юлымды башланым, әммә ниндәйҙер үҫеш, икенсе мөмкинлектәр ылыҡтыра ине. Унан белемемде артабан камиллаш­тырырға, белгестәр араһындағы көнәркәшлек ҙур заманда үҙемде ышаныслыраҡ тойорға теләнем. Санкт-Петербургтағы Юғары иҡти­сад мәктәбенә йә иһә Мәскәүҙәге вуздарға уҡырға барыу мөмкинлеге хаҡында белгәс, йөрьәт иттем һәм С. Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геологоразведка университе­тының аспирантура­һына документтарымды тапшыр­ҙым. Имтихан биреп, уҡырға индем. Тап ошонда мин Ассоциацияның әүҙемсе­ләре менән таныштым, улар миңә ярайһы ярҙам итеп тә ебәрҙе. Аҙаҡ иһә ойошма эшенә ылығып киттем. Яйлап баш ҡала тормошона күнектем, аралашыу даирәһе бар­лыҡҡа килде, эш тә табылды. Ошо осорҙа һәр саҡ яҡташтарым араһында булдым. Был миндә киләсәктә улар өсөн дә файҙалы булып йәшәү ниәтен уятты. Шуныһын да иҫәпкә алырға кәрәк: мин Ассоциациялағы егет һәм ҡыҙҙарҙан өлкәнерәк тә инем, хеҙмәт тәжрибәм дә бар ине. Әле лә йәмәғәт эшмәкәрлегем яҡташ­тарыбыҙға – яңы ғына мәктәп тамам­лаған йәштәргә йә иһә Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бакалавриат програм­­маһы буйынса белем алған сту­дент­тарға баш ҡала һәм Петербург вуздарына уҡырға инергә, сит ерҙә ерегеп китергә ярҙам итеү менән бәйле. – Гәзит уҡыусыларҙы эштең төп үҙенсәлектәре менән таныш­тырайыҡ әле. – Йыл һайын йәй, абитуриенттар өсөн ҡыҙыу осорҙа, Башҡортос­танға ҡайтып, штаб ойошторабыҙ, консультациялар үткәрәбеҙ, документтар тупларға ярҙам итәбеҙ, һөнәри йүнәлеш бирәбеҙ. Йыл һайын ошо штаб аша 100-гә яҡын абитуриент үтә, уларҙың яртыһы­нан ашыуы Мәскәү һәм Петербург вуздары студенттары булып китә. Беҙ бер нисә уҡыу йорто ме­нән килешеү нигеҙендә даими хеҙ­мәт­тәшлек итәбеҙ, шул уҡ ва­ҡытта абитуриенттың уҡырға ине­үен генә түгел, йә­шәр урыны булыуын да хәстәр­ләйбеҙ. Һүҙ Мәскәү дәүләт төҙөлөш, С. Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геологоразведка университеттары һәм башҡа вуздар тураһында бара. – Унан тыш, һеҙҙең ойошма баш ҡалала көслө һәм әүҙем яҡташтар берләшмәһе булдырғаны ла мәғлүм. – Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Милли тикшеренеүҙәр ядро университеты (Мәскәү инженер-физика институты; “МИФИ”), А.И. Евдокимов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина-стоматология университеты, Н.И. Пирогов исе­мен­дәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты, И.М. Сеченов исемендәге беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты һәм башҡа абруйлы баш ҡала юғары уҡыу йорттарында башҡорт клубтары уңышлы эшләп килә. Ассоциация ишеге яҡташ­тарыбыҙ өсөн һәр саҡ асыҡ. Әле генә ауылдан баш ҡалаға килеп эләккән йәштәр араһында өҙөлөп тыуған яғын һағынғаны ла, эргә-тирәләгеләр менән уртаҡ тел таба алмағаны ла, уҡып китә алмағаны ла була. Кемдеңдер матди ҡыйын­лыҡтары бар, бәғзеләр дәрт-дарманын яҡташтары өсөн йүнәлткеһе килә – һәр осраҡта берҙәм һәм бергә булырға, кәрәк икән, ярҙам итергә, проблемаларын хәл итергә тырышабыҙ. Хатта бәғзе осраҡта сумаҙандары менән ауылдан Мәскәүгә килгән “сей” студентты баш ҡала вокзалында таңдан ҡаршы алырға ла тура килә. Үрҙә телгә алынған клубтарҙың эшмә­кәрлеге яҡташтарҙы ныҡ туплай, бергә төрлө йүнәлештәге саралар ойоштороу мөмкин­леген бирә. Мәҫәлән, күптәр яратып ҡараған һәм көткән бәйге – төрлө вуздарҙа уҡыған башҡорт ҡыҙҙары араһындағы “Мәскәү һылыуҡайы” бәйгеһе яҡташлыҡ клубы булған вуздарҙа сиратлап уҙғарыла килә. Был Башҡортостандан килгән яҡташтарға танышыу-аралашыу форсатын да бирә. Ғөмүмән, Ассоциация Башҡортостан йәштәренә артабан ҙур ҡала тормошона яраҡлашырға, ҡанатын нығытырға ярҙам итә. Унан тыш, йәштәрҙең бергә булыуы ата-әсәләр өсөн дә ниндәйҙер тыныслыҡ нигеҙе – яҡташтары араһында йөрөгән, сараларҙа ҡатнашҡан егет һәм ҡыҙ һәр саҡ күҙ алдында, ҙур ҡалала яңғыҙы түгел. Башҡортостан Республика­һы­ның Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡ­лы вәкиллеге тарафынан һәр саҡ хәстәр һәм булышлыҡ тоябыҙ – был да беҙгә ышаныс, ныҡлы терәк. Вәкиллек ҡарамағында офисыбыҙ ҙа бар: ул бер ҡасан да буш тормай, яҡташтар осрашып аралаша, фекер алыша, пландар ҡора, саралар үткәрә. – Йәштәр булған урында, уҡыу һәм эштән тыш, мөхәббәт тура­һында ла һүҙ йөрөтөргә мөмкин­дер ул? Мәскәүҙә табышҡан һәм ҡауышҡан йәштәребеҙ хаҡында ни әйтерһегеҙ? – Ят ерҙә туған тел, мәҙәниәт, милли мөхит уғата һағындыра, яҡташтар араһын яҡынайта. Маҡ­сат­лы, әүҙем уңған йәштәребеҙ араһында йылы хис-тойғо тыуыуына һис тә аптырарға түгел. Беҙҙең “BashStudents!” ойошмаһы саралары аша танышып ҡауышҡан тиҫтәләрсә парҙы беләм. Шул иҫәптән үҙем дә буласаҡ ҡатыным, Сибай ҡыҙы менән Мәскәүҙә танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Беҙҙең кеүек милләттәштәребеҙ үҙ-ара аралашып йәшәй, балаларыбыҙҙы милли мөхиттә тәрбиәләргә, йөрәктәрендә рух осҡоно ҡабыҙырға тырышабыҙ. – Шулай ҙа булдыҡлы һәм маҡ­сатлы йәштәребеҙ, төрлө тармаҡ белгестәре, тыуған яғына әйләнеп ҡайтһа һәм Башҡортос­танға файҙа килтерһә, тағы ла яҡшыраҡ, шулай бит? – Әлбиттә. Мәскәүҙә йә башҡа ҙур ҡалаларҙа уҡыған йәштәр бөтәһе лә унда төпләнеп ҡала тигәнде аңлатмай, уларҙың күбеһе тыуған яҡтарына ҡайтып, уңышлы эшләп йөрөй. Мәҫәлән, Нәзир Байегетовты ғына ала­йыҡ. Ул Учалы сәнғәт училищеһын һәм Мәс­кәү дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаған. Мәскәүҙә яҡташ студенттар ара­һында “Алтынай” бейеү коллективын ойоштороп, ярайһы уңыштарға өлгәште, бүтән төбәктә милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерҙе. Әлеге көндә ул Ф. Ғәс­кәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә етәкселек итә. Ғөмүмән, Ассоциация Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына төрлө саралар уҙғармай, каникул осоронда әүҙем ағзаларыбыҙ Башҡортостандың ҡала һәм райондарында уҡыусылар, студенттар менән осраша, белемен, тәжрибәһен уртаҡлаша. – Йәштәргә ниндәй теләктәрең бар? – Ҡалыптарҙан ҡурҡмаһындар, ҡыйыу булһындар, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйһындар. Хәҙерге заманда мөмкинлектәр иҫ киткес күп. Улар һөнәри, ижади йәһәттән дә, шәхес булараҡ та үҫергә һәм камил­лашырға ярҙам итә. Үҙ-үҙегеҙгә ышанығыҙ! – Әңгәмә өсөн рәхмәт! - Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА