Һәммәбеҙҙең күңелендә ауылға бәйле хәтирәләр һаҡлана. Шунда тыуып, белем алғанбыҙ, яҡындарыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡанбыҙ... Бөгөн ауылдың иҡтисади, социаль хәле, киләсәге нисек? Шул турала яҡындан белеү маҡсатында Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылына юл тоттоҡ. Берҙәмлек һөйөндөрә Ауылға 1837 йылда нигеҙ һалынған. Ата-бабалар йәшәү өсөн тәбиғәттең хозур урынын һайлаған, тирә-яғында шишмә-быуалар күп, болон-туғайҙар йәйрәп ята. Кешеләре лә эшкә уңған, асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл һәм ярҙамсыл. Күмертау ҡалаһынан – 12, Мәләүездән 13 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан. Илкәнәй биләмәһенә ҡараған биш ауылда 925 кеше йәшәй. Дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе, уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһы бар, мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре концерт-спектаклдәр менән яҡташтарын ҡыуандырып тора. Илкәнәй мәктәбендә 39 бала белем ала. Ауылдың төҙөклөгө, матурлығы беренсе сиратта етәксенән тора, тигән фекерҙәмен. “Илдәге сәйәси үҙгәрештәр, ҡаршылыҡтар ауыл халҡының йәшәйешенә тәьҫир итмәй ҡалманы. Яҡташтарымдың тырышлығы, берҙәмлеге һөйөндөрә. Йәштәр беҙҙә күп төпләнә, ҡалаға ҡасып бармай. Йөҙләгән йорт иҫәбендә трактор һанының 15-кә барып баҫыуын әйтеү ҙә йәшәү кимәлен билдәләй, сөнки ер һөрҙөрөү, бесән, утын әҙерләү, ҡарҙан таҙартыу өсөн дә техника кәрәк”, – ти ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Вәхитов. Йыл һайын Илкәнәйҙә бер-ике йорт ҡалҡып сыға. Былтыр Эльвира менән Динар Иманғоловтар йорт һалған, быйыл Лариса менән Зөфәр Вәхитовтар, Альбина менән Динар Миһрановтар йортона күсеп сығырға ниәтләнә. Ауыл биләмәһенә ҡараған Йомағужала йорт төҙөү өсөн 86 ер участкаһы бүленгән, 20-һе сафҡа индерелгән. Урындағы үҙидара халыҡ өсөн бик кәрәкле эш башҡарған. Һәр биш ауыл төҙөк, газ үткәрелгән, урамдарҙа – асфальт. Тик шуныһы бар: бесәнлек ере етерлек, ә мал тотоусылар һаны кәмей. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ Урындағы властың проблемалары, үҫеш перспективалары, муниципалитеттың ғорурланырлыҡ уңыштары етерлек. “Ауыл кешеһенең тормошон яҡшыртырға тырышабыҙ. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, күп эш башҡарылған. Өс ауылда һыу башняһы, Илкәнәйҙә һыу үткәргес торбалар яңыртылған, Йомағужала был эште дауам итергә ниәтләнәләр. Ауыл халҡы менән бергәләп күпләп ағас ултыртҡандар. Мәсет заманса ҡойма менән кәртәләнгән, иман йортоноң тирә-яғы тәртипкә килтерелгән. Тамъян ырыуына ҡараған мәғлүмәт тураһында ауылдың ике осона ла алтаҡта ҡуйылған. Был изге эштәрҙә матди ярҙам күрһәткән меценат Илшат Мәжитов, йәш фермер Зөфәр Вәхитовты, ауыл хакимиәте башлығын билдәләргә кәрәк. Рөстәм Миңйән улы “Атайсал – кесе Ватан” проекты буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн – Рәхмәт хаты, ә Көйөргәҙе районында ауыл биләмәһе араһында уҙғарылған конкурс һөҙөмтәһе буйынса, Мораптал менән Яҡшембәттән ҡала, өсөнсө урынды яулаған Илкәнәй ауылы хакимиәте диплом, сертификат менән бүләкләнгән. Былтыр район кимәлендә уҙғарылған “Айыҡ ауыл” конкурсында икенсе урынға сыҡҡандар. “Бар эште башҡарыр алдынан халыҡ менән кәңәшләшәбеҙ”, – ти эштәргә идара итеүсе Зөлфиә Араптанова. Донъя булғас, төрлө хәл була. Ауыл хакимиәте был күренештәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмай, ваҡытында хәл итә. Бер нисә йыл элек ситтән килгән кеше ер алып маташҡан, рәсмиләштереп өлгөрмәҫ борон ауыл халҡы менән низағлашҡас, суд аша мәсьәләне тиҙ хәл иткәндәр. Көтөүлек ерҙәрен – ауыл хакимиәте, күпмелер өлөшөн фермерҙар ваҡытында рәсмиләштереп өлгөргән. Бында тырыш, эш һөйгән халыҡ йәшәй, киләсәге өмөтлө, эшләйем тип торған йәштәр бар. Ауыл хакимиәте биләмәһендә ун крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлгән. Үҙ эшен асҡандар ҙа бар. Ильяс Исмәғилев, Рәүеф Әхмәтйәнов шина монтажлау, Гөлфиә Вәхитова матурлыҡ тыуҙырыу өлкәһендә хеҙмәт күрһәтә. Радик Кәримов, рәсми эшенән тыш, үҙ хужалығында башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнә, уның йылҡы һаны тиҫтәнән ашҡан. Уҡытыусы һөнәрен ташлап, Зөфәр Вәхитов фермер булырға йөрьәт иткән, үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Техника көйлө эшләй. Күптәр ауыл ерендә шәхси хужалыҡ менән мәшғүл, заманға яраҡлашып, республиканан ситкә сығып китеп эшләгәндәр ҙә бар. Тормошобоҙ имен булһын өсөн Илгә, кешелеккә хәүеф янағанда Илкәнәй ауылынан да алты ир-егет махсус хәрби операцияға юлланған, береһе үҙ теләге менән киткән. Мәскәүҙә юғары команда хәрби училищеһында белем алған йәш офицер, өлкән лейтенант Радмир тәүге көндән яуға ебәрелә, яраланғас, Санкт-Петербург, Новосибирск ҡалаларында госпиталдә дауалана, бөгөн Тыва Республикаһында хәрби хеҙмәтен дауам итә. “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ауыл халҡы бер нисә тапҡыр аҡсалата ла, әйберләтә лә (салбар, быймаһына тиклем йылы кейем) ярҙам ебәргән. Өлкән апайҙар, ҡышын клубта йыйылып, ойоҡбаш, бирсәткә бәйләгән, сәк-сәк, бауырһаҡ бешереп посылкалар оҙатҡан. Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел Иманлы халыҡ киләсәкле. Илкәнәйҙәр был йәһәттән дингә ныҡ тартыла. Ауылдаштар, меценаттар ярҙамында мәсет бинаһы күтәрелгән. Киләсәктә бында яңғыраған аҙан тирә-йүнгә, әруахтарҙың рухына изге һүҙҙәр күңелдәргә мәрхәмәтлек, изгелек индереп, мосолман рухын һүндермәҫ. Дини байрамдар ауылда үткәрелеп тора, зыярат ҡараулы, йыйыштырылған. Әүлиә, шәйех, ишан хәҙрәт Ғиләжетдин Кинйәбулат улы Ибраҡов тураһында бик күп һөйләргә булыр ине. Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы осоронда золомдарҙан, 1999 йылда ер аҫтындағы газ торбаһы шартлау һөҙөмтәһендәге һәләкәттән ул һаҡлап алып ҡалған, тип иҫәпләй илкәнәйҙәр. Быуындар эстафетаһы өҙөлмәй, илкәнәйҙәр быны яҡшы аңлай. Үҫеп килгән быуын ауылды тағы ла йәшәртер, тормошҡа нур бөркөп, матур традицияларҙы һаҡлап, тыуған яғының күрке һәм таянысы булыр. - Әҡлимә ИМАМОВАКөйөргәҙе районы