Найти тему
Башҡортостан гәзите

Июлдә закондар ғәмәлгә инә

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе быйыл июлдә ғәмәлгә инәсәк закондарға аңлатма бирҙе. 1 июлдән һалым түләүсе граждандар документтарҙы һалым органдарына “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ебәрә ала Мәҫәлән, Федераль һалым хеҙмәтенә портал аша электрон белдереү яҙып була. Ошондай уҡ ысул менән документтар алмашыуҙың был тәртибенән баш тартырға ла мөмкин. Ҡаты сирле балалар өсөн дарыуҙар өҫтәмә хаҡҡа һалымдан (НДС) азат ителә “Изгелек түңәрәге” фонды Рәсәйҙә теркәлмәгән һәм илгә балаларҙы ҡаты, һирәк (орфан) сирҙәрҙән дауалау өсөн һатып алынған дарыуҙарға өҫтәмә хаҡҡа һалымдан азат ителәсәк. Был фондтың ошо дарыуҙарҙы артабан дауаханаларға һәм шифаханаларға илтеүенә лә ҡағыла. Ҡулланыусылар кредиты буйынса максималь ставка кәмей Был кредит килешеүҙәре буйынса көн һайын процент ставкаһының максималь күләме 1-ҙән 0,8 процентҡа тиклем арта. Бынан тыш, кредиттың йәки займдың тулы хаҡы буйынса максималь билдәһе йылына 365-тән 130-ға тиклем кәмей, ә уның буйынса барлыҡ түләүҙәрҙең максималь суммаһы бирелгән займ сумма­һынан 150-нән 130 процентҡа тиклем төшә. Составында шәкәр булған эсемлек­тәргә акциз индерелә Шулай итеп, составында шәкәр, шәкәр сиробы йәки бал булған эсемлектәрҙән, әгәр уларҙа углеводтар күләме эсемлек­тең 100 миллилитрына – биш грамдан, этил спирты 1,2 проценттан артһа, бер литрға ете һум күләмендә акциз һалы­насаҡ. Һуттар, морстар һәм нектарҙар шәкәрле эсемлектәр тип һаналмаясаҡ. Закондың төп маҡсаты – шәкәрле эсем­лектәрҙе ҡулланыуҙы кәметеү иҫәбенә халыҡ сәләмәтлеген нығытыу. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү йәки ата-әсәнең балалар баҡса­һы өсөн түләүе кеүек социаль ярҙам са­раларына талаптар унификациялана Федераль кимәлдәге берҙәм талаптар был ярҙамды онлайн тәртибендә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һәм ғаризаны ҡарауҙың һәр этабында мәғлүмәт алыу хоҡуғын бирә. “Алыҫ Көнсығыш гектарын” алыу тәртибе ябайлаша Хәҙер был программа буйынса мәғлү­мәттәргә эйә булырға һәм документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тапшырырға мөмкин. Ер биләмәһен бушлай файҙаланыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу ваҡыты ике тапҡырға – 30-ҙан 60 көнгә тиклем – оҙайтыла. Уны файҙаланыу мөмкинлеге булмағанда, граждан бер тапҡыр баш тартыу хоҡуғына эйә. Закон Арктикала, Төньяҡ, Себер, Алыҫ Көнсығыш биләмәләрендә ер алыу һәм файҙаланыу процедураһын ябайлаштырыу өсөн ғәмәлгә инә. Микрофинанс ойошмаһы капиталы­ның минималь күләме лә арттырыла Ул дүрт миллион һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Тик был ҡағиҙә ойоштороусыһы Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй Федерацияһы төбәге йәки муниципаль берәмек булған ойошмаларға, эшҡыуарлыҡты финанс­лаған ойошмаларға, микрофинанс ойошмаларына ҡағылмай. Пенсияларҙы тәғәйенләү ябайлаша Документтар булғанда дәүләт һәм муниципаль архивтар Рәсәйҙең Социаль фонды һорауы буйынса пенсия йәки уға өҫтәмәләр тейешле граждан тураһын­дағы мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт социаль тәьминәт мәғлүмәт системаһы аша аласаҡ. Был үҙгәрештәр пенсиялар­ҙы үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ тәғәйенләү өсөн мәғлүмәттәрҙе биреү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ. 14 июлдән социаль тәғәйенләнешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙа мәғлүмәт ярҙамы саралары киңәйтелә Улар дәүләт коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың сайттарын хакер һөжүме­нән яҡлау аласаҡ һәм шулай уҡ рәсми сайттарҙы асыу буйынса булышлыҡ итәсәк. 15 июлдән страховка килешеүен төҙөгәндә мәғлүмәттәр һәм документтар менән электрон рәүештә алмашыу мөмкинлектәре киңәйә Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауға (ОСАГО) килгәндә, стра­ховкалаусының транспорт сараһының ҡарауы, зыян күреүсенең фото- һәм видеоматериал менән электрон форматта алмашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Шулай уҡ страховкалаусыларға юл-транспорт ваҡиғаһы һәм башҡа страховка осраҡтары тураһында автоматлашты­рылған рәүештә асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр алыу мөмкинлеге булдырыла. Зыянды ҡаплатыу тураһындағы ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша бирергә лә мөмкин. Артабан страховкалаусылар менән эш шәхси кабинет аша алып барыла. Мәҫәлән, автомобиль хужаһы ремонтҡа йүнәлтмә ала һәм башҡалар. Рәсәйҙә Экстремистик материал буйынса махсуслашҡан мәғлүмәттәр банкы эшләй башлаясаҡ Юстиция министрлығы система операторы буласаҡ. Был оператив-эҙләү һәм тәфтиш ғәмәлдәренең һөҙөмтәле­леген арттырасаҡ. Һунарсылыҡ хужалығында эшләгән граждандар, ойошма-предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәрендәге ҡоралды һунарсылыҡ билеты булғандарға биреү, һунарсылыҡ ҡоралын һаҡлауға, йөрөтөү­гә һәм файҙаланыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Айһылыу НИЗАМОВА