Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары түләүле туҡталҡаларҙан бушлай файҙалана ала. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Рәсми документта әйтелеүенсә, был хоҡуҡ төбәктә даими йәшәгән Рәсәй граждандарына ҡағыла. Бынан тыш, ветерандарҙы, шулай уҡ I, II һәм III төркөм инвалидтарын машинала йөрөтөүселәр үрҙә әйтелгән хоҡуҡтан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә был башланғыс ғәмәлдә, тик автомобиль уларҙың ата-әсәһенең, опекундарының йәки попечителдәренең береһенеке булырға тейеш. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҡарай. Айһылыу НИЗАМОВА