Быйылғы йылдың 2-се яртыһына яҙылыусылар араһында матур-матур бүләктәр отторҙоҡ. Өфө ҡалаһында йәшәгән Миңнур Ғүмәрова өлөшөнә ит үткәргес сыҡты һәм бөгөн уға бүләген тапшырып ҡуйҙыҡ. 83 йәшлек Миңнур апай сығышы менән Ишембай районының Ҡолғона ауылынан. Йәштән ауылда ҡап һуғып хеҙмәт менән сынығып үҫкән ул. Шуға ла тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмай. Бүләк отоусыбыҙ 1986 йылдан Өфөлә йәшәй. Байтаҡ ғүмерен автотранспорт предприятиеһында диспетчер булып эшләүгә арнаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, уның мәҡәләләре гәзит биттәрендә лә донъя күрә. – “Башҡортостан”ды электән яратып уҡыйым. Редакцияға ла юлым өҙөлмәй. Гәзит төрлө темаларға яҙылған мәҡәләләре менән бай. Уны һәр ваҡыт көтөп алам. Почта ла яҡшы эшләй, ваҡытында гәзитте уҡыусыларына еткерә. Бүләк отоуыма ҡыуандым, баҫманың коллективына рәхмәт. Артабан да уңышлы эшләһендәр. Гәзиткә киләсәктә лә яҙыласаҡмын, – тип ихлас рәхмәтен белдерҙе Миңнур апай. Гәзит уҡыусыбыҙға “Башҡортостан”ды тағы оҙаҡ йылдар алдырып, йәштәргә өлгө булып йәшәргә яҙһын. Автор фотоһы.