Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мин – эскесе ҡыҙы (ДАУАМЫ)

...Улым үҫеп етте лә, бер көн ҡайтып:– Әсәй, мин өйләнәм! – тине. Быға тиклем уҡыуҙан башҡаны белмәгән был баланың ҡыҙҙар менән йөрөгәне булманы. Һуңғы ваҡытта кем менәндер аралашҡанын һиҙә инем, әлбиттә. Тик әле беҙгә күрһәтмәгәс, мөнәсәбәттәре улай етдиҙер тип уйламай инем. Иң беренсе оҙатҡан ҡыҙына өйләнер тип башыма ла килтермәнем. – Кемгә өйләнмәксе булаһың, улым? – тием. – Кем балаһы ул? Беҙҙең поселок ҡыҙымы, әллә уҡыған ереңдә берәйһе менән таныштыңмы? Беҙҙән булып сыҡты. Беҙҙең поселок артыҡ ҙур түгел – шул көндө үк барыһын да белештем. – Нисек инде ул ғаиләне белмәйһең? Ике улдары гел магазин төбөндә аҡса һорап тора, – тине бер танышым. Унан төпсөнә башланы. – Нимәгә кәрәк булды улар һиңә? Әллә эшкә алмаҡсы булаһыңмы? Яҡын килтермә – эскән кешенән нимә көтөргә икәнен яҡшы беләһең... Был һүҙҙәрҙе тыңлағанда башым әйләнеп китте хатта. Йә, Аллам, балам кемдәр менән бәйләнгән... – Улым, ул ҡыҙҙың ғаиләһе тураһында беләһеңме һуң? Ағалары эсә икән бит уның, бер ҡайҙа ла эшләмәйҙәр ти. Улар менән нисек туғанлашмаҡ кәрәк? Һин әле йәш, тормошоң башланып ҡына тора, юлыңда ҡыҙҙар бик күп осрар әле – мөнәсәбәттәрегеҙ артыҡ тәрәнгә киткәнсе арағыҙҙы өҙ! – тинем. Шунан үҙебеҙ аралашҡан, үҙ тирәбеҙҙәге таныштарҙың ҡыҙҙарын һанай башланым. Өйләнәм тиһәң, уныһын да һайларға була, быныһын да, тием. – Әсәй, мин уны яратам! Миңә унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй! Әгәр мине үҙеңдең бай таныштарыңдың ҡыҙҙарына өйләндермәксе булһаң, өйҙән сығып китәм. Өйҙән генә түгел, республиканан китәм. Сит илгә үк китәм! Улымдың әле минең менән бер ҡасан да былай һөйләшкәне юҡ ине. Бөтә тыныслығым ҡасты. Ятһам да, торһам да, шул хаҡта ғына уйлайым. Атаһы менән ултырып кәңәшләштек, тик бер фекергә килә алмайбыҙ. Күптән илағаным юҡ ине, инде нисә тапҡыр кешеләрҙән ҡасып илап та алдым. Ә бер көн кинәт башымдан йәшен тиҙлегендә уй уҙҙы: яҙмыш ҡабатлана түгелме һуң?! Мин бит улыма нәҡ Алмаздың әсәһе әйткән һүҙҙәрҙе әйттем: «Донъяла ҡыҙҙар бөтмәгән, икенсеһе осрар. Улар менән нисек туғанлашайыҡ?!» Улым да нәҡ Алмаз кеүек яуап бирҙе: «Мин уны ғына яратам, миңә башҡа кеше кәрәкмәй». Яҙмыш мине һынай ҙабаһа, йә, бына һинең сират, үҙең нимә эшләрһең икән, ти. Улымдан бер генә нимәне үтендем:– Ҡыҙҙы һоратырға барғансы уларҙың өйөнә инеп сығайым әле. Эйе, тормоштары беҙҙекенән күпкә ҡайтыш. Әммә бөтә ерҙә шул ҡәҙәр тәртип, таҙалыҡ. Минең өсөн быныһы иң мөһиме ине. Атаһы менән әсәһенең тырыш кешеләр икәнен дә аңлап ҡайттым. Уҡырға мөмкинлектәре булмаған, икеһе лә йәшләй етем ҡалғандар. Иң ҙур хәсрәттәре улдары икәнен дә һиҙҙем. Тағы буласаҡ ҡоҙағыйымдың күҙҙәренә иғтибар иттем: шундай ныҡ ҡурҡыу күрҙем уларҙа. Бер мәлгә тетрәнеп киттем. Һәм тағы бер ҡабат уйланым: был, ысынлап та, Хоҙайҙың миңә бер һынауы. Никах уҡытыуға киленгә:– Ҡыҙым, күрәһең, беҙ барыбыҙ ҙа машинала йөрөйбөҙ. Әйҙә, һиңә лә алайыҡ. Әлегә яңыны түгел, йөрөргә өйрәнгәс, яңыһын алырбыҙ, – тинем. Ул ҡаршы килһә лә, бер аҙнанан иномарка алып ҡайттыҡ. Береһенә лә белгертмәгән планым да бар ине. Ҡоҙағыйҙарҙың машиналары бар-барын, әммә иҫкерәк. Туйға унда ултырып килергә ҡыйынһынһалар, киленем машинаһын уларға биреп торор. Ул яҡшылап йөрөргә өйрәнгәс, яңыһын алырбыҙ ҙа быныһын бөтөнләйгә әсәләренә бирер. Киленемдең күҙҙәрендә лә тәүге мәлдә минән ҡурҡыу ғына күрҙем. Ә минең уның менән дуҫлашҡым килә. Бының өсөн барыһын да эшләргә тырышам. Беҙ бергә эшләйбеҙ. – Бер коллективта эшләүебеҙ дөрөҫ түгел, ҡыҙым. Ҡәйнә менән килен бергә эшләргә тейеш түгел. Әгәр һиңә минең менән ауыр булһа, һиңә башҡа ерҙән эш эҙләйек, – тип әйтеп ҡараным. Ә ул:– Юҡ, әсәй, миңә бында ҡыйын түгел. Бер ҡайҙа ла китмәйем, – тине. Шөкөр, хәҙер инде күҙҙәрендә теге ҡурҡыу күренмәй. Уға ҡараған һайын һөйөнәм: яҙмыштың был һынауын да һынатмайынса үттем, Аллаға шөкөр! Ҡәйнә булыуыма ла күп түгел, әммә бер нимәне яҡшы аңланым: элек тә, хәҙер ҙә ҡәйнәнән күп нимә тора. Бөгөнгө ҡәйнәләргә күргәнде лә күрмәҫкә, ишеткәнде лә ишетмәҫкә кәрәк – шул саҡта ғына мөнәсәбәттәр һәйбәт буласаҡ. Ҡалғанын киләсәк күрһәтер. Иҫән булһам, улар хаҡында тағы бер 25 йылдан яҙырмын әле... Инде Алмазға күсәм. (ДАУАМЫ БАР.) Автор фотоһы.Сығанаҡ: https://vk.com/public213168279