Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡыусылар тарихты белеп үҫә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы алыштарҙы реконструкциялау Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән бер нисә йөҙ энтузиасты берләштерҙе. Ҡатнашыусылар Богодухов ҡалаһы янында барған хәрби ваҡиғаларҙы реконструкцияланы. Сарала 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. “Бала саҡ навигаторҙары” проектының Туймазы районы буйынса муниципаль координаторы Елена Ковязина реконструкцияла репортер сифатында ҡатнаша. “Бала саҡ навигаторҙары” Бөтә Рәсәй проекты “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан икенсе уҡыу йылы рәттән тормошҡа ашырыла. Проекттың төп маҡсаттары – тәрбиә биреү өлкәһендә яңы формация белгестәрен әҙерләү һәм уларҙы дөйөм белем биреү һәм һөнәри белем биреү ойошмалары эшенә индереү. Сара йомғаҡтары буйынса клубҡа диплом һәм фестивалдә ҡатнашыусының иҫтәлекле миҙалы тапшырылды. "Фронт" хәрби-тарихи клубының "Тере тарих" проекты президент гранттары конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул 1943 йылда Донбасс биләмәһен немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 80 йыл тулыуға арналған. Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Туймазы районы хакимиәте.