Рауза һәм Азамат Шәриповтар Стәрлебаш районында күптән тамыр ебәреп, үҙ кешеләргә әүерелгән. Ғаилә башлығы теш технигы булып эшләп, бөтә ғүмерен тиерлек һаулыҡ һаҡлауға арнаһа, йорт хужабикәһе Стәрлебаштағы 2-се балалар баҡсаһында әллә нисәмә сабыйҙар быуынын тәрбиәләгән. Улдары Айнур менән Юлайға бәхетле бала саҡ бүләк итеп, уларға төрлө яҡлап үҫешергә ярҙам итәләр. Йәштәрендә айырма булыуына ҡарамаҫтан, улдары бер үк ваҡытта армия хеҙмәтенә саҡырыла. Хатта туйҙары ла бер йылға тура килә. Был бәхетле мәлдәрҙе ата-әсә бик һағынып иҫкә ала, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре”. Улдарын яуҙан көтөү тойғоһон кисергән ата-әсә генә бының нисек ауыр икәнен аңлай торғандыр. Шәриповтар ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Айнурҙан ике ай буйы хәбәр булмағас, ут йотоп йәшәй. Күҙ йәштәре түгелһә лә, күңелдә өмөт уты һүнмәй. Атай кеше йәшертен генә эҙләнеүҙәр алып бара, ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән аралашып, ентекләп һорашырға, белешергә тырыша. Бер көн улы шылтыратып, аяғы яраланыуын хәбәр итә. “Барыһы