Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс көнлөк уҡыу уҙҙы

Төбәк командаһын һаҡсыл етештереү ҡоралдарына өйрәтеүҙең сираттағы этабы Өфөлә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) сиктәрендә үтте. Был турала төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында хәбәр иттеләр. Уҡытыу өсөн командаға республиканың башҡарма власть органдары вәкилдәре инде. -Уҡытыу барышында алған белем һәм тәжрибә тренингта ҡатнашыусыларға эш процесын камиллаштырыуға, һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡулланыу юғалтыуҙарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк, - тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. Өс көнлөк уҡытыу программаһы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһы майҙансығында уҙғарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бизнесҡа ярҙам итеп саралар комплексы ла ҡаралған. Шул иҫәптән предприятиелар эше буйынса эксперттар консультацияһы һәм финанс яҡтан дәртләндереү саралары ла бар. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото : Башҡортостан Хөкүмәте сайты.