Әйткәндәй, былтыр Ханты-Мансиҙа – ҡышҡы, Сочиҙа йәйге Паралимпия уйындары үткәрелгәйне. Рәсәй - спорт өлкәһендә социаль йәһәттән йүнәлеш алған илдәрҙең береһе. Шулай итеп, Рәсәй бөйөк спорт дәүләте булып ҡала һәм ул – тотош донъя өсөн спорт иле. 2 авгусҡа тиклем Башҡортостанда донъяның 30 иленән сурдлимпиясылар үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Беҙ уларҙың барыһына ла уңыштар теләйбеҙ, сөнки спорт – ул илдәрҙе бергә туплаған, барыһын да берләштергән көс. Рәсәй Президенты Владимир Путин “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм ҡотланы. Сарала ҡатнашыусыларҙың уңыштары һәм ҡаҙаныштары төрлө йәштәгеләргә үҙ көсөнә, мөмкинлектәренә ышанырға булышлыҡ итәсәк, тип яҙылған Кремлдең сайтында. “Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе сәләмләйем һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының асылыуы менән ҡотлайым. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар үҙ оҫталығын, характерын һәм көсөн күрһәтер, ә уларҙың уңыштары һәм ҡаҙаныштары башҡалар өсөн илһамландырыр миҫал булыр, төрлө йәштәге кешеләргә үҙенә, үҙ көсөнә һәм мөмкинлектәренә ышанырға булышлыҡ итер, тип ышанам”, - тиелә телеграммала. Президент һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә үҙҙәренең уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән спорт менән шөғөлләнеү өсөн булдырылған шарттарҙың Рәсәй өсөн дөйөм милли өҫтөнлөк булып тороуын билдәләй. “Һәм, әлбиттә, атлеттарҙың тренерҙарына һәм остаздарына – айырым рәхмәт һүҙҙәре. Улар тәрбиәләнеүселәренә һөнәри һәм тормош тәжрибәһен бүлешә, уларҙы көрәшергә һәм еңергә өйрәтә”, - тип ҡотланы Владимир Путин уйындарҙа ҡатнашыусыларҙы. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә күнекмәләр өсөн ифраструктура барлыҡҡа килә һәм замансалаштырыла, төрлө ярыштар үткәрелә. Улар араһында “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары ла бар. Фото: resbash.ru
Владимир Путин Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡотланы
24 июля 202324 июл 2023
1 мин