Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аҡыллы итеп йүгерәсәктәр

26 июлдә IV “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” халыҡ-ара ҡалалар үҫеше һәм һанлы трансформация форумы сиктәрендә “Аҡыллы ҡалалар йүгереүе” үткәрелә. Сарала 250-нән ашыу кеше үҙ көсөн һынар, тип көтөлә. Улар – форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар, ҡала кешеләре. Ойоштороусылар 2,5 һәм биш километр оҙонлоғондағы ике трасса әҙерләгән. Сара иртән Ағиҙелдең матур яры буйынан, Салауат Юлаев һәйкәле тапҡырынан башлана. Йүгереүҙә бушлай ҡатнашып була, һәр кем иҫтәлекле миҙал, футболка аласаҡ. 25 – 28 июлдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумы үткәрелә. Был – ҡалаларҙы һанлаштырыу өлкәһендәге төп сараларҙың береһе. Унда ҡатнашыусылар интеллектуаль ҡала системалары тураһында ғына һөйләшмәйәсәк, власть, эшҡыуарлыҡ һәм тармаҡ берҙәмлегенең үҙ-ара эш итеүенең һөҙөмтәле механизмдарын да эҙләйәсәк. Йүгереүҙе иһә түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға һәм унда ҡатнашыу өсөн теркәлергә мөмкин: forumsmartcity.ru/ufa#race Сығанаҡ, фото: ufacity.info/press/news/487110.html