Өфөлә 8-се ҡала клиник дауаханаһының 3-сө поликлиника базаһында шәкәр диабетына дусар пациенттар өсөн “Сәләмәтлек мәктәбе” эшләй. Ул “Демография” милли проектының йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу буйынса программаһына ярашлы булдырылған. Шәкәр диабеты менән иҫәптә торған пациенттар, диабеттың тибына һәм дауалау ысулына ҡарап, төркөмдәр менән уҡытыла. Дәрестәр сирҙе үҙ аллы контролләү һәм өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймау өсөн мотлаҡ практика менән нығытыла. Эндокринологтарҙың диспансер иҫәбендә беренсе типтағы диабет менән 298, икенсе типтағы диабет менән 2448 пациент тора. Табип-эндокринолог Дмитрий Григорьев дәрестәрҙә шәкәр диабеты тураһында мәғлүмәт менән таныштыра, гликемияны контролләргә өйрәтә, дөрөҫ туҡланыу тәғәйенләй. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 228 пациент уҡытылған. ”Шәкәр диабеты мәктәбенә” 8-се дауаханаға беркетелгән пациенттар яҙыла ала. Дәрестәр бушлай үткәрелә. “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, ололарҙың тормош сифатын яҡшыртыу , социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген һәм сифатын арттырыу ҡаралған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.