Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мин – эскесе ҡыҙы

Минең атайым эсте. Ул ғына түгел, ике ағайым да эсә ине. Мин ғаиләлә төпсөк бала – етенсе. Ике өлкән ағай менән йәш айырмаһы ҙур ғына. Икеһе лә өйләнмәгән ине уларҙың. Дөрөҫөрәге, береһе өйләнеп айырылғайны – еңгәй балаһы менән күрше ауылға, әсәләренә ҡайтып китте. Айырылышҡас, ағай эскегә тағы ла нығыраҡ һабышты. Хәҙер уйлайым, әсәйем был хәлдәргә нисек түҙҙе икән?! Ирең эсеү – бер хәл, уныһы ла ауыр, әммә улдарыңдың йығылғансы эсеүе... Әсә кеше өсөн бөтөнләй ҙур хәсрәт булғандыр ул. Беҙҙең әсәйҙе шул борсолоуҙар бик йәшләй ҡәбергә кертте лә. Ҡыҫҡаһы, мин шундай ғаиләлә үҫтем. ...Алмаз исемле класташ малайҙың миңә иғтибар итеүен бик иртә һиҙә башланым. Ҡайҙа барһаҡ та, нимә эшләһәк тә, уның урыны минең менән йәнәш тура килә торғайны. Ярҙам кәрәкһә, иң беренсе яныма ул килеп етә. Сумкамды мәктәптән ул күтәреп ҡайта. Бының өсөн үҙҙәренән бөтөнләй кире яҡҡа китеп, башта беҙҙең урам аша урай. Беҙҙең урамдан бер класта биш кеше уҡый инек – барыбыҙ бергә ҡайтабыҙ. Алтынсыға – Алмаз. Туғыҙынсы класка күскәс, ул беренсе тапҡыр мине оҙата барҙы. Мәктәптә ул көндө «Көҙгө бал» ине. Ул кисте Алмаз янымдан бөтөнләй китмәне. Класташтарҙан иртәрәк ҡайтырға сыҡтыҡ. Икәү генә ҡалғас, тынып ҡалдыҡ. Әммә шундай рәхәт ине... Беҙҙең осраша башлау башҡаларға яңылыҡ булманы. Быны шулай тейеш кеүек ҡабул иттеләр. Әммә унынсы класҡа күскәс, Алмаз кинәт үҙгәрҙе. Һиҙеп торам – минән ситләшергә тырыша. Ә үҙенең күҙҙәре гел миндә... Ҡараштарыбыҙ осрашҡанда ул тиҙерәк ситкә борола. Күҙҙәре иһә шундай моңһоу...Бик аптыраным. Күңеле минән һүрелгән тиер инем, улайға оҡшамаған. Башҡа берәүгә ғашиҡ булһа, мин быны иң беренсе һиҙер инем. Моңһоуланып йөрөгәнемә әсәйем дә иғтибар иткән икән. Бер көндө өйҙә үҙебеҙ генә булған саҡта: «Ҡыҙым, һиңә нимә булды? Инде ҡасандан бирле балтаң һыуға төшкәндәй йөрөйһөң», – тине. Беҙҙең ваҡытта әсәйҙәргә сер һөйләү ғәҙәте юҡ ине бит. Дөрөҫ, ул минең Алмаз менән осрашҡанымды белә ине тип аңлайым – ауылда бындай яңылыҡ сер була алмай.Ике һүҙ менән генә әйттем инде. Үҙем ҡып-ҡыҙыл булып башымды түбән эйҙем. – И-и, бала, – тине шул ваҡыт әсәй. – Һин дә, Алмаз да ғәйепле түгел инде бында. Уның кем балаһы икәнен белмәйһеңме ни һуң? Атаһы – колхоз рәйесе, әсәһе – уҡытыусы. Ә беҙ... беҙҙе бер ҡасан да үҙҙәренә тиң күрмәйәсәктәр бит инде улар. Әсәләре, ул ҡыҙ менән йөрөмә, тигәндәрҙер. Ишек алдына сығып, аҙбарҙа бик ҡаты илаған инем ул саҡта. Үкһей-үкһей. Атайға, ағайҙарға, бөтә донъяға үпкәләп... Мин шул көндө үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем: барыбер кеше булам, уҡырға керәм. Клубҡа сығыуҙар онотолдо, уҡырға керештем. Бик тырыштым! Мәктәптә Алмазды инде күрмәмешкә һалыштым. Сығарылыш кисәһендә ул мине бейергә саҡырҙы. Төшмәнем. Башҡа берәйһен саҡырыр тигән инем, саҡырманы. Әммә минең янымдан да китмәне. Әллә нисә тапҡыр боролоп, миңә ниҙер әйтергә теләне, тик һүҙ башлай алманы. Әсәйемдәр уҡырға кереүемә ышанмаһалар ҙа, мин институтҡа индем! Һөйөндөләр тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. «Кеше кеүек фермаға һыйыр һауырға ғына төшһәң, файҙаң күберәк булыр ине», – тине әсәй. Атай ҙа шул фекерҙә ине. Мин уҡығанда уларҙан аҡса һорамаҫҡа тырыштым. Стипендия ала инем. Унан эшкә урынлаштым. Еңел булманы, әммә минең маҡсатым бар ине. Йылдар уҙҙы. Минең бөтә хыялдарым тормошҡа ашты. Хатта хыялланырға ҡурҡҡандары ла. Үҙ фирмамды астым. Фатир һатып алдым. Машинаға ултырҙым. Кейәүгә сыҡтым: бер ҡыҙым, бер улым бар. Бында шулай яҙыуы ғына тиҙ. Ысынында береһе лә улай еңел булманы. Береһе лә күктән төшмәне – тир түгеп, аҡыл көсө һалып эшләп таптым мин уларҙы. Үҙемдең күпкә өлгәшкәнемде бигерәк тә ауылға ҡайтҡас тоям. Һабантуйҙарҙа булышам, мәсет сығымдарын күтәрәм. Маҡтанып әйтеүем түгел, мин быларҙы ысын күңелдән, Хоҙай ризалығы өсөн эшләйем. Кешеләрҙең мөнәсәбәте генә йөрәгемә ярамай. Эскесе ҡыҙы булғанда бер ҡараш ине миңә, хәҙер бөтөнләй икенсе ҡараш. Юғиһә һаман шул атай ҡыҙы бит мин. Уҙған йәй ауылға ҡайтҡас, мине көтмәгәндә Алмаздың әсәһе туҡтатты. Минең уны мәктәпте тамамлағандан бирле күргәнем юҡ ине. – Күптән һинең менән бер ултырып һөйләшәһем килә. Ваҡытың булмаҫмы икән? – ти.Оло кешегә юҡ тип әйтә алманым инде. – Минең һинән ғәфү үтенәһем килә, – тине ул. – Алмаз ҡайтып: «Әсәй, мин уны яратам. Миңә унан башҡа бер кем кәрәкмәй», – тине. Ә мин уға ҡаршы төштөм: «Улым, ғаиләләренә ҡара. Атаһы эсә, ағаларары эсә. Нисек улар менән туғанлашайыҡ?» – тинем. Юлыңда әле ҡыҙҙар бик күп осрар, тинем. Алмаз, әлбиттә, башта мине ишетергә лә теләмәне. Ә мин көн һайын, яйы сыҡҡан һайын шул һүҙҙәрҙе ҡабатланым. Атаһы ла ҡаты-ҡаты әйтте. Шунан һуң ул үҙгәрҙе. Һине яратыуҙан туҡтағандыр тимәйим. Үҙ эсенә бикләнде. Бөтөнләй башҡа кешегә әйләнде. Ҡалғанын ишетеп беләһеңдер... Улымды мин үҙем бәхетһеҙ иттем. Бындай хәсрәтте бер әсәгә лә теләмәйем. Бер ни өндәшмәй тыңлап торҙом. Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең уға әйтер һүҙем дә юҡ ине.– Һеҙ минең алда ғәйепле түгел, минән ғәфү үтенмәгеҙ, – тинем. Ә Алмаздың миңә бер тапҡыр ҙа «яратам» тигәне булманы. Әсәһенә әйткән икән. Яҙмышын, әлбиттә, беләм. Нисә ҡатын алып, айырғанының иҫәбен генә белмәйем. Минең арҡаламы был хәл, түгелме, әйтә алмайым. Әсәһе «мин бәхетһеҙ иттем» тигәс, бәлки, беләлер, бәлки, ысынлап уның бәхетһеҙлеге шунан һуң башланғандыр. Беҙҙең хистәр бөрөлә генә ине бит әле. Сәскә атҡан булыр инеме улар, юҡмы, әйтеүе ауыр. Беренсе мөхәббәттәре менән ҡауышҡандар һирәк. Бәлки, уның ата-әсәһе ҡаршы төшмәһә лә, беҙҙең юлдар айырылған булыр ине. Ләкин уны беҙ бөтөнләй башҡаса ҡабул итер инек. Мин Алмазды ғына уйлап йәшәнем тип әйтә алмайым. Ирем менән бәхетлемен. Тик ул һынауҙарҙы күрмәһәм, был ҡәҙәр нығынмаҫ инем, тормошта, моғайын, күпкә ирешмәҫ тә инем. Алманың ағасынан шаҡтай йыраҡҡа төшкәнен иҫбатлай алдым. Атайымдың эскәненә мин ғәйепле түгел инем бит, уны мин үҙем һайлап алманым. (ДАУАМЫ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-07-24/min-eskese-y-y-3353059) Автор фотоһы. Сығанаҡ: https://vk.com/public213168279