Рәсәй спорт өлкәһендә иң социаль йүнәлешле илдәрҙең береһе булып ҡала. Быны иртәгә Өфөлә башланасаҡ “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары раҫлай. Рәсәй - бөйөк спорт дәүләте. Беҙ - тотош донъя өсөн асыҡ спорт иле. Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, вице-премьер Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин I “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт иткән. “Беҙ бергә. Спорт” ярыштары масштаблы спорт хәрәкәтенә әйләнде, уға Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең меңләгән спортсыһы ҡушыла. Йәйге Сурдлимпия уйындары Өфөлә был сағыу хәрәкәт өлөшө булып тора. Беҙҙе ҙур саралар көтә. Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм шәхсән Радий Хәбировҡа спорт үҫешенә иғтибар өсөн рәхмәт. Төбәк мәҙәни һәм спорт йолаларына бай, иң юғары кимәлдәге турнирҙарҙы ҡабул итерлек заманса инфраструктураға эйә. Спортсыларға уңыштар, сағыу сығыштар теләйем. Ярыштар изгелек һәм ғәҙеллек рухында үтһен!” – тип белдергән Дмитрий Чернышенко. “Спортсылар-сурдлимпиясылар спо