Гөлшат менән Илшат күрше генә булып үҫтеләр. Бала саҡта бергә уйнанылар, кемдең әсәһе тәмле ризыҡ бешерә, шунда бергәләшеп сәй эстеләр. Матур уйынсыҡ, яңы кейем алһалар ҙа, иң элек шатлыҡтарын үҙ-ара бүлештеләр. Уларҙың дуҫлығы мәктәптә лә дауам итте. Ана шул саҡтан уҡ Илшат Гөлшат өсөн яуаплылыҡ тойҙо. Ҡыҙ бәләкәйҙән яҡлаулы-һаҡлаулы булып үҫте. Уларҙың күңелендә һөйөү хистәре лә үҙенән-үҙе ҡабынды. Туғыҙынсы класта уҡығанда кисен мәктәптә “Йәгеҙ әле , ҡыҙҙар!” тигән сара уҙғарылды. Шул кисәлә Гөлшат айырыуса сағыу булып айырылып торҙо. Аш-һыу әҙерләгәндә лә алдынғылыҡты бирмәне, музыкаль ярышта ла оҫта итеп бейеп, барыһын да һоҡландырҙы. Шул кистә Илшаттың йөрәгендә бөтөнләй башҡаса хистәр ҡабынды, тойғоларының ни тиклем тәрән булыуын аңланы. Ҡыҙҙы оҙатып ҡуйғандан һуң да оҙаҡ эргәһенән ебәргеһе килмәй ҡапҡа төбөндә торҙолар. Шул төндә күкте яҡтыртҡан ай һәм йондоҙҙар ике йәш йөрәктең бер-береһенә әйткән һөйөү һүҙҙәренә шаһит булды. Икеһе лә яҡшы уҡығас, мәктәптә имтихандарҙы уңышлы тапшырҙы. Гөлшат Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына, Илшат Ауыл хужалығы институтына уҡырға инде. Йәшәгән ятаҡтарының араһы йыраҡ ҡына булһа ла, буш ваҡыты булған һайын һөйгәне янына ашыҡты Илшат. Ауылға ла бергә ҡайттылыр, бергә киттеләр. Гөлшаттың ата-әсәһенең ҡыҙҙары өсөн күңеле тыныс ине. Бишенсе курсты тамамлау менән өйләнешергә һүҙ ҡуйыштылар. Илшат, туй үткәрергә аҡса йыям тип, эшкә урынлашты. Гөлшат менән Илшаттың бәхеттәренә кемдер һоҡланды, кемдер көнләште. Ә инде араларына һалҡынлыҡ йүгерткән, бер-береһенән ғүмерлеккә айырған ваҡиға дүртенсе курсты тамамлап килгән йылды булды. Йәйге сессия ваҡыты ине. Баш күтәрмәй ҙә имтихандарға әҙерләнгән саҡ. Тап шул мәлдә Илшаттың атаһы ҡапыл мәрхүм булды. Егет был ҡайғылы хәбәрҙе ишетеү менән тиҙерәк тыуған ауылына юлланды. Гөлшат имтихандарын тапшырып баш ҡалала тороп ҡалды. Сессияһын япҡан көндө уны төркөмдәше, Өфө ҡыҙы Ләйлә тыуған көнөнә саҡырҙы. –Имтихандарыңды тик “бишле”гә тапшырҙың, рәхәтләнеп байрам итеп алырға ла мөмкин. Артыҡ күп кеше саҡырмайым. Кил, көтәм, – тине ихласлап. Кәйефе күтәренке ине Гөлшаттың.Шуға әхирәтенең саҡырыуын ҡабул итеп, кисен ҡунаҡҡа йүнәлде. Төркөмдәштәренән тыш таныш булмаған башҡа йәштәр ҙә бар. Күбеһе студенттар булғас, ҡыҙыҡһыныуҙары ла бер тирә, тыуған көн байрамы күңелле генә барҙы. Гөлшаттың эргәһендә Мәскәүҙә юғары уҡыу йортонда уҡыған Рушан исемле егет тура килде. Ипле, матур итеп һөйләшкән студент менән һүҙҙәр тиҙ беректе. Ауыл егеттәре бер аҙ ҡырыҫыраҡ, һүҙгә һараныраҡ булһа, ҡала егетенең йомшаҡ һөйләүе ҡыҙҙың күңелен иретте. Байрамдан матур кәйеф менән ҡайтты Гөлшат. Аҙаҡҡы көнгә китапханаға китаптарын, ятаҡ бүлмәһен тапшырыу кеүек эштәр билдәләнгәйне. Ә иртәгәһенә ул ауылына ҡайтып китәсәк. Айырылышыуҙарына бер нисә генә көн үтһә лә, Илшаты ла һағындырған. Иртәнсәк бүлмәләш ҡыҙҙары менән сәй эсеп алғандан һуң, ошо мәшәҡәттәренә күмелде ҡыҙ. Байтаҡ ҡына эштәрен теүәлләп, ауылға күстәнәстәр алып ҡайтып инһә, бүлмәһендә Рушан ултырыуын ҡыҙ ғәжәп итте. –Гөлшат, аптырама инде, адресыңды Ләйләнән һорап алдым. Ваҡытың булһа, әйҙә Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә йөрөп киләйек, –тине ул ипле генә итеп. – Мөмкин. Сумкамды ғына тултырып, әҙерләп ҡуяйым да, –тине ҡыҙ ризалыҡ белдереп. Үҙе шунда егете барлығын да әйтермен, тип уйлап ҡуйҙы. Ауыр имтихандарҙан һуң донъя матурлығы нығыраҡ асылып киткән һымаҡ. Йәйҙең барлыҡ йәмен күреп, күңелдәренә һеңдереп ҡалырға теләгәндәй, оҙаҡ итеп һәйкәл эргәһенән Ағиҙел йылғаһына текләп ҡарап торҙолар. –Гөлшат, ә һинең дуҫлашып йөрөгән егетең бармы? – тип үҙен ҡыҙыҡһындырған төп һорауын бирергә ашыҡты Рушан. – Эйе. Беҙ мәктәптән үк дуҫлашабыҙ. Юғары уҡыу йортон уҡып бөткәс, өйләнешергә уйлайбыҙ, – Гөлшат күптән әйтергә теләгән серҙәре менән уртаҡлашты. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Рушандың йөҙө ҡараңғыланып, кәйефе төшөп китте. Ләкин быны ҡыҙға һиҙҙермәҫкә тырышты. –Гөлшат, бер генә минут ошо эскәмйәлә ултырып тор әле. Мин хәҙер, –тине лә йүгереп китеп барҙы. Күптән үтмәй, сағыу сәскә гөлләмәһе тотҡан Рушан күренде. –Гөлшат, һинең һымаҡ һылыу ҡыҙға гөлләмәһеҙ йөрөү килешмәй. Сессияң тамамланыуы менән ҡотлайым һәм бәхет теләйем, – тине ихлас йылмайып. Бер аҙ ҡыйынһынһа ла, күркәм сәскә гөлләмәһенән баш тарта алманы Гөлшат. Илшаты сәскәләр менән һирәк шатландыра, шулай булһа ла, ҡыҙ өсөн унан да ҡәҙерле кеше юҡ. Еңел дә, рәхәт тә ине Гөлшатҡа был мәлдә. Эргәләге киоскынан туңдырма алып, һөйләшә-һөйләшә ҡыҙ йәшәгән ятаҡ яғына йүнәлделәр. Шул ваҡыт Гөлшат йүгерә-йүгерә ҡаршыларына килгән Илшатты күреп ҡалды. –Нишләп улай Өфөгә тиҙ килгән икән? Һуңыраҡ килергә тейеш ине бит. Рушан менән сығып китеүем ҡалай уңайһыҙ булды! Хәҙер Илшатҡа нимә тип әйтәм?! Етмәһә, сәскә тотоп алғанмын, – Бер нисә секундта ҡыҙҙың башынан ҡырҡ төрлө уй үтте. Рушандың ғәжәпләнеүе, һыҙланыуы йөҙөнә сыҡты. Йөрөгән ҡыҙының сәскә гөлләмәһе тотоп көлөшә-көлөшә ят егет менән килгәнен күргән Илшатты был күренеш шаңҡытты. Атаһын ерләгәс, ҡалған имтиханымды тапшырайым, аҙаҡ Гөлшат менән бергә ҡайтырбыҙ тип ашҡынғайны бит ул Өфөгә... Һағынып, талпынып килгән егеттең йөрәген боҙ һалҡынлығы ҡапланы. –Гөлшат, был кем? Быны нисек аңларға миңә? Һин бит беҙҙең һөйөүгә хыянат иттең? – Илшаттың был һүҙҙәрендә әрнеү ҙә, үпкә лә сағылды. Был хәл шул тиклем көтмәгәндә килеп сыҡты. Илшат ҡырт боролоп шәп-шәп атлап үҙенең ятағы яғына ыңғайланы. –Илшат, һин дөрөҫ аңламаның. Туҡта, аңлашайыҡ, – тип ҡыҙ йүгереп ҡараһа ла, егетте туҡтатырлыҡ түгел ине. Бер әйләнеп тә ҡараманы ул Гөлшат яғына. Кәйефе төшөп, йөҙө ҡара янып ҡайтып керҙе Гөлшат ятаҡҡа. Илшат килер, аңлашырҙар , тип кис буйы көтһә лә, егете күренмәне. Икенсе көнөнә ҡыҙ ауылға ҡайтып китте. Каникулда күрешерҙәр, һөйләшерҙәр тигән өмөтө лә аҡланманы. Август айында Гөлшат егетенең өйләнеүе тураһында хәбәр ишетте. Электән Илшатты оҡшатып йөрөгән ауылдаш Зәбирәнең бәхетенә яҙҙы уның йәре... ...Ул ваҡиғанан һуң 20 йыл ваҡыт үтте. Гөлшат уҡып бөтөп, ике йыл эшләгәс, үҙе өсөн өҙөлөп, күҙенә ҡарап торған хеҙмәттәшенә кейәүгә сыҡты. Өс балалары тыуҙы. Ире ҡатыны алдында өлтөрәп кенә тора, ә Гөлшат уны ярата алдымы, йөрәге ҡабул иттеме икән? Әллә балаларға, донъя көтөүгә әүрәп кенә йәшәнеме? Йылдар үткән, балалар үҫкән, донъя мәшәҡәттәре көмегән һайын әлеге уй тынғыһыҙлай Гөлшатты. Ошо уҡ һорауға яуапты Илшаттан да ишетәһе килә. Ләкин йылдар арауығы уларҙың юлдарын мәңгелеккә айырған шул... Автор фотоһы.