Башҡортостанда "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙа. Байрам ҡунаҡтарын төрлө тоҡомло аттарҙың бер нисә дистанцияға ат сабышы, Рәсәйҙең иң ҙур ат парадтарының береһе, ат спорты ярыштары (Ауҙарыш, Тай-тулак, Ылаҡ, һыбай килеш уҡ атыу һәм башҡалар), Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, донъяның башҡа төбәктәре башлыҡтары һәм ҡунаҡтары ҡатнашлығында ҙур эшлекле программа көтә. «Башҡорт аты-2023» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә илдең төрлө төбәктәренән һәм күрше илдәрҙән ат спорты ярыштарында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар килергә ниәтләй. Башҡорт аты донъяла иң боронғоларҙың береһе һанала, әммә һуңғы тиҫтә йылдар эсендә ул юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған. Тап шуға күрә лә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге саралар кәрәк ине. 1991 йылда уҡ башҡорт тоҡомло атҡа авторлыҡ танытмаһы алына. Был тарихи ваҡиғаның үҙенсәлеге шунда: республика ғалимдары 1990 йылда тейешле документтар алып, күп быуатлыҡ селек