Ҡул эше оҫталарына һоҡланмау мөмкин түгел. Дүртөйлө районының Йосоп ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Светлана Сәхипгәрәева нимәгә тотонһа, эше күҙҙең яуын алырлыҡ килеп сыға. Бәйләү-тегеүгә оҫталыҡ – бала сағынан. – Минең әсәйем дә ауылда оҫта тегеүсе ине. Кейем тегеп биреүҙе һорап ауылдаштар йыш мөрәжәғәт итте. Әсәйебеҙгә ҡарап беҙ ҙә был һөнәргә бала саҡтан өйрәндек. Бер туған апай-ағайҙарым барыһы ла тегә белә. Был оҫталығым донъя көткәндә лә ярҙам итә. Элек кейемгә ҡытлыҡ булғанда нимә кәрәк, шуны тегеп ала инем. Хатта балалар өсөн бер метр бейеклектәге йомшаҡ уйынсыҡ эшләнем. Әле лә тегеүҙе ташлаған юҡ. Хәҙер милли костюмдар тегеүгә лә оҫтарҙым, – тип һөйләне ул. Бәйләнгән балаҫтар, йомшаҡ уйынсыҡтар, картиналар – былар оҫта башҡарған эштәрҙең бер өлөшө генә. Район кимәлендә уҙғарылған сараларҙы ла Светлана Сәхипгәрәеваның бай күргәҙмәһе биҙәй. Автор фотоһы.