Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыйғы эшҡыуарҙары, ситтә ҡалмағыҙ

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә 11 июлдә Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылына Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы – "Минең бизнесым" үҙәге коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының мобиль офисы юллана. Мобиль офис эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәренең тулы комплексын бирә. Эшҡыуарҙарҙы льготалы шарттарҙа займдар, һалым преференциялары, лизинг продукттары, субсидиялар, шулай уҡ “Минең бизнесым” үҙәгенең планлаштырылған мәғариф саралары ҡыҙыҡһындыра. Программала – финанс инструменттары, шул иҫәптән льготалы микрокредитлау, гарантия фонды тураһында мәғлүмәт менән "Минең бизнесым" үҙәгенең презентацияһы. Шулай уҡ 2023 йылда Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге линияһы буйынса эш биреүселәргә милек ярҙамы саралары, дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ барасаҡ. Эшҡыуарҙарҙы льготалы лизинг механизмдары менән айырым таныштырасаҡтар, банк продукттары тураһында һөйләйәсәктәр. Шәхси консультациялар үткәреү планлаштырыла. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.