"Демография" милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты ярҙамында Башҡортостандың ете районы ГТО үҫешенә ҡорамалдар, шулай уҡ спорт әҙерлеге алып барыусы ойошмаларға субсидиялар алды. Хәҙер Мәләүез, Хәйбулла, Бәләбәй, Миәкә, Федоровка, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарында ГТО майҙансыҡтары бар, улар халыҡҡа спорт менән бушлай шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. 2019 йылдың 8 февралендә Башҡортостан биләмәһендә “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2019-2023 йылдарға федераль бюджеттан субсидия биреү тураһында килешеү төҙөлдө, спорт-технологик ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә 185,2 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджет саралары иҫәбенә – 181,5 миллион һум, республика бюджетынан 3,7 миллион һум йүнәлтелде. 2023 йылда бәләкәй спорт майҙансыҡтары булдырыуға 22,9 миллион һум ҡаралған, шуның 22,5 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан (бөтә ете ГТО майҙансығы ҡуйылған). "Башҡортостан Республикаһы – спорт мөмкинлектәре биләмәһе. Республика төбәктә спорт уңайлыраҡ булһын, һәм һәр кемдең физик культура менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булһын өсөн барыһын да эшләй. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль ярҙам күрһәтелә, унда беҙҙең республика әүҙем ҡатнаша", - тип билдәләне республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: БР Спорт министрлығы.