Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Егеттәрҙең береһен дә ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ”

“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы Федоровка районы хакимиәте менән берлектә сираттағы гуманитар йөктө илтте. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Э. Сәлишев етәкселегендә кәрәкле әйберҙәр Һамар эргәһендә хәрби әҙерлек үткән егеттәргә барып етте, тип хәбәр итә “Ашҡаҙар таңдары”. Ирекмәндәр штабы хәрбиҙәргә бөтә күңел йылыһын һалып ебәргән күстәнәстәре, көнкүреш әйберҙәре, маскировкалау селтәрҙәре өсөн район халҡына рәхмәт белдерә. Хәйриә фондының 250 миллион һумдан ашыу средстволарына хәрбиҙәрҙең һорауы буйынса тейешле ҡорамалдар, кейем һатып алынған. Егеттәрҙең туғандары ла һәр ваҡыттағыса шәхси посылкалар ебәргән. “Туғандары алыҫта йәшәгән йәиһә булмаған осраҡта ла, бер хәрбиҙе лә иғтибарһыҙ, посылкаһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ”, ти ирекмәндәр. Уларға ауыл Советтары ҡатнашлығында биләмә халҡы тырышлығы менән посылкалар әҙерләнә. Киләһе гуманитар йөктө август аҙағында ебәреү планлаштырыла. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең иремәндәр штабы район халҡының ихлас ярҙамы өсөн рәхмәт белдерә һәм артабан да әүҙем ҡатнашасаҡтарына иҫәп тота. Фото: “Ашҡаҙар таңдары”, vk.com/oruzhe1ka