Баҡалы районы Яңы Маты ауылы халҡының хыялы оҙаҡламай тормошҡа ашасаҡ. Бында, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Олег Ефимов һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы Илнур Ғәлләмов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин ауылда модулле ФАП төҙөлөшөн ҡараны. Әлегә бинаның каркасы йыйылған, иҙән, ҡыйыҡ түбәлеге һалынған. Быйыл баҡалыларҙы һөйөндөрөрлөк ваҡиғалар алда әле. Яңы Балыҡлы, Иҫке Әзмей, Яңы Илек, Ҡуштирәк, Юлтимер, Урманай ауылдарында ла модулле медицина учреждениелары төҙөләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмә