Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Һыуға сумды ла кире сыҡманы..."

10 июлдә Башҡортостанда биш кеше батып үлгән. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хемәтенән хәбәр иттеләр. Һәләк булғандар араһында 14-әр йәшлек ике бала ла бар. Уларҙың береһе Учалы районында Ураҙ ауылындағы карьерҙа батҡан. Ә икенсеһе – Ҡариҙел районындағы Байҡы йылғаһында. Бергә һыу ингән иптәштәре ҡыҙҙың һыу аҫтына сумыуы һәм кире сыҡмауы тураһында әйткән. Ике үҫмерҙең дә кәүҙәһен водолаздар тапҡан. Өлкәндәргә килгәндә, Ҡалтасы районында 1963 йылғы ҡатын батҡан. Унан бер йәшкә кесерәк ирҙең ғүмере Краснокама районында Тере Танып йылғаһында өҙөлгән. 2000 йылғы егет иһә Ҡандракүлдә батҡан. Әлеге ваҡытта уның кәүҙәһен эҙләйҙәр. Билдәле булыуынса, һәләк булғандарҙың барыһы ла һыу инеү өсөн махсус тәғәйенләнмәгән урындарҙа батҡан. Башҡортостанда эҫе көндәр дауам итә. Һыу инеү өсөн рәсми пляждарҙы һайлағыҙ. Иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ. Бәләкәй балаларҙы һыу буйына яңғыҙ ебәрмәгеҙ. Фото: "Башинформ".