Урамда – шул тиклем эҫе. Был ваҡытта кемдер йылға-күл буйына ашыға, ә кемдер күләгәлә ҡалыуҙы хуп күрә. Тәүгеләренә эҫе ҡояш нурҙары аҫтында күп булмаҫҡа кәңәш ителә, юғиһә ҡояштың һуғыуы йәки башҡа эҫе ҡабыуы ихтимал. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эҫе ваҡытта күберәк һыу эсергә кәрәк. Әйткәндәй, кем йыш тирләй икән, тимәк, организмда электролиттар - К, Na, Mg, Cl иондары кәмей, шуға ундайҙарға күберәк йәшелсәнән яһалған салат, һыулы емеш-еләк ашарға кәңәш ителә. Тағы шуға иғтибар итегеҙ: һыу эске килеү генә һыуһыҙландырыуҙы аңлатмай. Тағы баш әйләнеү, арыу, баш ауыртыуы ла бындай хәлдең сәбәптәре булырға мөмкин. Тағы иҫ юғалтыу, пульстың кәмеүе, йыш тын алыу, тәндең ҡыҙарыуы, эҫе, ҡоро тән температураның 40-тан артыуы ихтимал һәм башҡа хәлдәр ҙә теркәлә. Эҫе ваҡытта йыш һәм аҙлап һыу эсеү кәңәш ителә. Уның да бүлмә температураһында булыуы яҡшы. Татлы эсемлектәргә, ҡәһүәгә ҡарағанда, ябай һыу эсеү файҙалыраҡ. Ә бына алкоголле эсемлектәрҙән б