Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Быйыл күрһәткес юғарыраҡ

“Алға” махсус иҡтисади зона һәм “Өфө” индустриаль паркы резиденттары, июлгә ҡарата, преференциаль зоналарҙағы инвестиция инфраструктураһын 4,80 баллға баһалаған. Быны Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы резиденттары араһында үткәргән анкета һөҙөмтәләре күрһәткән. Былтыр ошо уҡ ваҡытта әлеге күрһәткес 4,67 балл тәшкил иткән. - Кире бәйләнеш – инвестиция проектына булышлыҡ итеүҙең төп өлөшө. Бигерәк тә инвестор үҙ башланғысын тормошҡа ашыра башлағанда. Шулай итеп, идара итеүсе компания булараҡ, корпорация резиденттарыбыҙға уңайлы шарттар булдырырға тырыша. Шуға улар менән бәйләнеш хеҙмәттәр сифатын камиллаштырырға һәм Башҡортостанды үҙ эшҡыуарлығын алып барыу өсөн ышаныслы партнер итеп ҡалдырырға булышлыҡ итә, - тип ибелдерҙе Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. Анкета һорауҙарына 12 респондент яуап биргән. Улар буш майҙан менән тәьмин итеү, күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты, резиденттарға ярҙам итеү саралары, уларҙан файҙалана алыу кеүек һорауҙарға ыңғай яуап биргән. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/21367/