Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итә: Республикабыҙҙың хөрмәтле кешеләре һәм ҡунаҡтары! Үткән ике ял көнөндә республика йылғаларында һәм һыу ятҡылыҡтарында туғыҙ кеше батып үлде. Шулай итеп, йыл башынан һыуҙа ҡорбан булғандар һаны 84 кешегә етте. Шул да фажиғәле – һыуҙа ете бала батып үлде. Йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтарында һәләк булғандар статистикаһынан шул билдәле: Һыуҙағы бәхетһеҙлек осраҡтарының күбеһе 16.00 сәғәттән 21.00 сәғәткәсә тура килә; Батып үлгәндәрҙең 80 проценттан ашыуы һыуға инер алдынан алкоголь ҡулланған; Һәләк булғандар барыһы ла һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урындарҙа батҡан; Һыуҙа үҙен ҡорбан иткәндәрҙең һәр икенсеһенең бәлиғ булмаған балалары ҡалды. Фажиғәләргә юл ҡуймаҫ өсөн таныш түгел һәм тыйылған урындарҙа һыу инмәҫкә саҡырам. Уларҙа көслө ағымдар, өйөрөлтмәләр, ағас ботаҡтары, батҡыл урындар, һалҡын инештәр булыуы ихтимал. Алкоголь ҡулланғандан һуң йәки яңғыҙы һыу инмәгеҙ, ярҙан йыраҡ китмәге