Аномаль эҫелектән һеҙ ҙә арынығыҙмы? Һауа температураһы көн дә 30 градустан аша, бөгөн-иртәгә иһә +39, +40 буласаҡ... Ә был ваҡытта синоптиктар эҫелектең ҡасан бөтөрөн фаразлай. Борсолмағыҙ, күп ҡалманы. Аҙна уртаһынан, шаршамбынан ҡапыл һыуыта башлай. 12 июлдә болотлай һәм ямғыр яуасаҡ. Көндөҙ һауа температураһы 31 градус эҫегә тиклем күтәреләсәк, төндә – + 20-гә тиклем. 13 июлдә бөтөнләй “һыуыта”: көндөҙ +24 һәм төндә +18 градус йылы көтөлә. Шулай уҡ болотлай һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ямғырлы көн йомала ла буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +22, төндә +15 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Ә бына ял көндәрендә, 15 һәм 16 июлдә һауа торошо уңайлы +25, +26 градус буласаҡ, төндә +17, +18 градуслыҡ йылы көтөлә. Фото: "Башинформ".