Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсылары Илдар Хәкимов менән Гүзәл Уразова үҙҙәренең шәхси тормошонан булған хәл-ваҡиғаларҙы асыҡтан-асыҡ социаль селтәргә һала бара. Ир менән ҡатындың араһына "ҡара бесәй" ҙә үтеп алған ине. Үткән аҙнала Илдар, бөтә балаларын, хатта кескәй Ариананы ла алып, Төркиәгә ял итергә китте. Яңы миҙгелгә әҙерләнеү эштәре менән йөрөгәнгә, Гүзәл Ҡазанда ҡалған ине. Һуңыраҡ ул да ғаиләһе янына Төркиәгә юл алды. Унда ял үҙенкен иткән - ир менән ҡатын дуҫлашҡан. "Аллаға шөкөр, ҡатын килеп етте. Ниһайәт, дуҫлаштыҡ. Ғаилә булғас, була икән дауылдар ҙа. Бөтөнләй ауыр хәлдә ҡалған инек. Ниһайәт, әсәләрен тәртипкә һалдыҡ. Буран тулағандан һуң, тыныслыҡ килә", - тип һөйләгән стористарында Илдар Хәкимов. Ни булһа ла, бергә һәм татыу булығыҙ! Фотоҙ "Интертат"
Илдар Хәкимов менән Гүзәл Уразованың араһына "ҡара бесәй" үткән ине...
10 июля 202310 июл 2023
~1 мин