Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Компенсация күләмен арттырырға ярҙам итәсәк

Юл-транспорт ваҡиғаһын фотоға төшөрөү ОСАГО буйынса компенсацияны 4 тапҡырға арттырғанын белә инегеҙме? Ваҡиғаны ҡағыҙ һәм электрон европротокол төҙөгәндә «Дәүләт хеҙмәттәре Авто» ҡушымтаһында фотоға төшөрөп алырға мөмкин. Автомобилдең емерелгән урындарын теркәү өсөн 1 сәғәт ваҡыт бирелә. Фекер айырмалыҡтары булмағанда компенсацияның максималь күләме түбәндәгесә: фото менән - 400 000 һум фотоһыҙ - 100 000 һум Ҡушымтала фотоны нисек эшләргә - ошонда ҡарағыҙ https://vk.cc/cpkrpc Нисек итеп фотоны дөрөҫ төшөрөргә: кадрға яҡындағы деталдәр ҙә эләгергә тейеш, сөнки шулар буйынса автомобилдең фотолағы өлөшөн билдәләргә мөмкин; машинаның зыян күргән өлөшө фотоның уртаһында булырға тейеш; емерелгән урындар фотола насар күренһә, уларҙы ҡулығыҙ менән төртөп күрһәтегеҙ һәм өҫтәмә ракурстан тағы фотоға төшөрөгөҙ; ҡараңғы ваҡытта машинаны яҡтыртып тороғоҙ Водитель таныҡлығын һәм СТС-ты электрон төрҙә күрһәтеү, юл-транспорт ваҡиғаһын европротокол буйынса онлайн рәсмиләштереү, штрафтар тураһында белдереү ҡағыҙы алыу һәм түләү, риза булмаған осраҡта ялыу биреү өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре Авто" ҡушымтаһын күсереп алығыҙ https://www.gosuslugi.ru/auto Фото һәм сығанаҡ: vk.com/anlatabiz102 #Аңлатабыҙ_Башҡортостан