Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр үҙәге асыла

2023 йыл аҙағында Өфөлә вуз-ара кампустың тәүге сираты эш башлай. IQ-парктың алтынсы ҡатында технологиялар трансферының йәштәр үҙәген асыу планлаштырыла. Был эште Өфө дәүләт нефть техник университеты белгестәре иғтибар үҙәгендә тотасаҡ. Йәштәр үҙәге юғары технологиялы бизнестың һәм студенттар коллективтарының төбәк һәм компанияның конкрет бурыстарын хәл итеү өсөн аралашыу урынына әүереләсәк. Йәғни бында йәш тикшеренеүселәргә үҙҙәренең эштәрен патентларға һәм бизнес өлкәһенән партнерҙар менән үҙ-ара бәйләнештә эшләүгә ярҙам итәсәк. Бынан тыш, ул үҙенә “Берҙәм тәҙрә” функцияһын да аласаҡ һәм Башҡортостан вуздары студенттарына инновацион проект һәм идеяларҙы үҫтереүҙә ярҙам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, технологиялар трансферы үҙәктәрен үҫтереү буйынса механизм 2021 йылда эшләй башлай. Ул “Өҫтөнлөклө тикшеренеү йүнәлештәре буйынса күләмле фәнни һәм фәнни –технологик проекттар үҫеше” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.