9 июлдә 02.30 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылында йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ваҡиға урынына килгән саҡта ут 8х7 метр ҙурлыҡтағы бүрәнә йортто ялмап алған була. Мәғлүм булыуынса, унда күп балалы ғаилә йәшәгән: 2012, 2014, 2016 йылдарҙа тыуған өс бала тәрбиәләнгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе мәғлүмәттәре буйынса, төндә, өйҙә бөтәһе лә йоҡлаған саҡта ут сыҡҡан. Бәхеткә күрә, күрше ҡатын, төтөн еҫен һиҙеп, урамға сыға һәм күршеләренең соланы янғанын күреп ҡала. Ул шунда уҡ янған йортҡа йүгереп килә һәм тәҙрә шаҡый башлай. Йорт хужабикәһе шау-шыуҙан уянып, ишек аша сығырға теләй, әммә унда юлды ут ялмаған була. Шунан ул балаларын уята һәм тәҙрәне ватып, уларҙы күршеһенә бирә. Һуңынан үҙе документтарҙы алып, тәҙрә аша сығып ҡотола. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән. Әлеге ваҡытта ғаилә ваҡытлыса туғандары янында йәшәй