Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туйҙарҙа таҡмаҡ әйтеп ярышҡан

Конкурсыбыҙҙа сираттағы ҡатнашыусыбыҙ - Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылынан Алһыу Мусина. Йыр-моңға оҫта конкурсантыбыҙ “Зарифа” фольклор, “Йәнгүзәй” ҡумыҙсылар халыҡ ансамблдәренә йөрөй. “Ауылыбыҙҙың тырыш, шәп еңгәйҙәренең береһе ул. Балаларына дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтергән оло йөрәкле әсәй ҙә”, - тиҙәр ауылдаштары уның хаҡында. - Үҙем шаянмын. Шуға таҡмаҡтар йырларға яратам. Таҡмаҡ йырлаһам, күңел баҫыла, тормош та еңелерәк һымаҡ, - ти Алһыу Ғәлиулла ҡыҙы. Баймаҡтың туйҙарҙа таҡмаҡ әйтеп алдынғылыҡты бирмәгән сәхнә оҫтаһына гәзитебеҙ конкурсында ла уңыштар теләйбеҙ. Фото һәм видео шәхси архивтан.