Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рәхәтләнеп йөрөгөҙ!

Тәтешле районы үҙәгендә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы йәйәү һәм велосипедта йөрөү өсөн яҡтыртылған юлдар төҙөлә. «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы буйынса проектты тормошҡа ашырыуға 9,8 миллион һум аҡса бүленгән. Йөрөү, ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн йәмәғәт киңлеген булдырыу идеяһы халыҡтың теләгенә ҡарап башҡарыла, тип билдәләнеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Был территория элекке бер нисә айырым участканы берләштерергә тейеш. Уны таҙартыу, юлдарға япма түшәү, яҡтыртыуҙы монтажлау бурысы тора. Бөгөнгө көнгә тупраҡ эшкәртеү, нигеҙҙең япма һәм тигеҙләү ҡатламдарын ҡороу тамамланған. Бөтә периметр буйынса бордюрҙар ҡуйыу дауам итә. Ошо һуҡмаҡтар аша күп йылдар Үрге Тәтешле ауылы халҡы эшкә, уҡыуға йөрөгән. Хәҙер өлкәндәр һәм балалар был биләмәне уңайлы һәм хәүефһеҙ үтә ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” ("Жилье и городская среда") милли проекты Владимир Путиндың указына ярашлы тормошҡа ашырыла. “Уңайлы ҡала мөхите” ("Формирование комфортной городской среды") федераль проекты ошо милли проектҡа ярашлы булдырылды.