Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Иннопром"дан һөҙөмтәләр көтәбеҙ

10 июлдә Екатеринбургта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Иннопром-2023” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе эшендә ҡатнаша. Делегация составына республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, Башҡортостандың үҫеш һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәре инде. Эшлекле программа сиктәрендә Радий Хәбиров бер нисә осрашыу үткәрә. 2022 йыл өсөн Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелек рейтингы йомғаҡтары менән таныштырыу “Иннопром” майҙансығындағы төп ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан был рейтингты икенсе тапҡыр етәкләне. Белешмә: “Иннопром” – Рәсәйҙә 2010 йылдан Екатеринбургта үткәрелгән төп сәнәғәт күргәҙмәләренең береһе. Күргәҙмәгә килеүселәр – сәнәғәт предприятиелары, федераль һәм төбәк власть органдары, шулай уҡ үҫеш институттары етәкселәре. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.