2022 йылда 02.gorodsreda.ru сайтында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 2023 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү уҙҙы. Краснокама районы халҡына һайлау өсөн ике биләмә тәҡдим ителгән: “Николо-Березовка ауылының үҙәк майҙанында скверҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү” һәм “Николо-Березовка ауылындағы Ленин урамында скверҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү”. Бөтәһе 3569 кеше тауыш биргән. Еңеүсе-проект итеп ауыл халҡы, Николо-Березовка ауылының үҙәк майҙанындағы скверҙы билдәләгән, уның өсөн 2770 тауыш бирелгән. Сквер – ауыл халҡының ял итеү урыны. Биләмәнең дөйөм майҙаны 1005 квадрат метр тәшкил итә, подрядсыһы – “Декор 2В2”. Планлаштырылған эштәр: тротуар плитәһе (брусчатка), урналар менән тура һәм ярым түңәрәк эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар, бәләкәй архитектура формалары урынлаштырыу, ҙур ағастар һәм декоратив ҡыуаҡтар ултыртыу. Бөгөнгө көнгә төҙөкләндереү буйынса эштәр 90 процентҡа тамамланған. Туҡталышты эшләп бөтөргә ҡалған. Әммә бөгөн үк сквер ауыл халҡын йәлеп итеүҙең тағы бер урынына һәм яңы фотоларға сәбәп булған, тип әйтергә мөмкин. Ә киске ваҡытта сквер айырыуса матур булып балҡып тора. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Краснокама районы хакимиәте.