Башҡортостанда китапхана хеҙмәткәрҙәренең ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырылды “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында Мәҙәниәт министрлығы китапханалар хеҙмәткәрҙәре араһынан ижади һәм идара итеү кадрҙарының квалификацияһын күтәреүҙе ойошторған. Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы өҙлөкһөҙ белем биреү һәм мәҙәниәт өлкәһендә ижади, идара итеү кадрҙарының квалификацияһын күтәреү үҙәктәре нигеҙендә уҡытыуҙы координациялауҙы ойоштора. 2023 йылдың икенсе кварталында Салауат ҡалаһының үҙәк китапхана системаһында алты хеҙмәткәр “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә “Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты”нда “Муниципаль китапхана һәм виртуаль мөхиттә ҡулланыусылар: үҙ-ара эш итеүҙең мөһим мәсьәләләре” программаһы буйынса уҡыу үтте. Уҡыу һәм контроль тест үткәреү йомғаҡтары буйынса китапханасылар квалификация күтәреү тураһында таныҡлыҡ алды. “Китапхана белгестәре квалификация күтәреү курст