Хеҙмәттәшебеҙ белдереүенсә, Башҡортостан туристары һыу ҡамауында ҡалған. Әле гидрометеорология үҙәге күҙаллауы буйынса, ямғырҙар туҡтарға йыйынмай. Бәләкәй генә тау йылғаһы ямғыр арҡаһында ташҡан. Һыу ҡала урамдарын баҫҡан. Көслө ағым автомобилдәрҙе әйләндергән, күп урындарҙа электр уты юҡ, биналарҙың беренсе ҡаттарын һыу баҫҡан. Тотҡонда ҡалған туристар магазинға ла сыға алмай, ғәрәсәт ҡалҡҡан урынды ташлап китеү мөмкинлеге лә юҡ. Ҡаланан сығыу өсөн меңләгән автомобиль тығында тора. Поездарҙы туҡтатҡандар, тимер юлын да урыны-урыны менән һыу йыуған. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, бындай ямғырҙар һуңғы тапҡыр 70 йыл элек теркәлгән. Гагры, Лдзаа, Пицунда һыу аҫтында ҡалған. Сочи ҡалаһында ла шул уҡ хәл. Бөгөн был төбәктә һауа торошоноң насарайыуы көтөлә. Бәхеткә күрә, ҡазаланыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ. Гөлшат Вәлиеваның ғаиләһенә, башҡа туристарға был хәлдән имен-аман ҡотолоуын теләйбеҙ. Фотолар Абхазия Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан алынды. Видео авторы: "ГТРК-Башҡортостан" хәбәрсеһе Гөлшәт Вәлиеваның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.