Талантлы һәм йәш бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булыуы бар республика халҡын шаңҡытты. Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сибай" халыҡ бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисы Илнар Хәтмуллиндың үлемен күңел ҡабул итмәй. Бигерәк йәл... Әммә, барыһы ла Хоҙай ҡулында... Бөгөн уны Сибай халҡы мәңгелек төйәгенә оҙатты... Илнарҙы һуңғы юлға оҙатыу сараһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Илнарҙың әсәһе Лариса Шайнур ҡыҙына Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Илнар хеҙмәт иткән хәрби часть вәкиле Алексей Батайкин Рәсәй Президенты Указына ярашлы бирелгән батырлыҡ орденын Илнарҙың кәләше Фидалия Рәмил ҡыҙына тапшырҙы. Яҡындары өсөн генә түгел, барыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу был. Халыҡ бейеү көйө аҫтында алҡышлап, күҙ йәше менән Илнарҙы һуңғы юлға оҙатты... Был бейеү көйөнә күпме башҡарылмаған бейеүҙәре, был алҡыштар аҫтында күпме сығыштары ҡалды... Күңел һыҡрай, йөрәк әрней... Илнар Хәтмулл