Мине белмәгәндәр яңғыҙ ҡатын тип уйлай, ә белгәндәр йәлләп тә, ҡурҡыңҡырап та ҡарай. Ни өсөнмө? Ирем төрмәлә ултыра... Мөмкинлек булған һайын уның янына осрашыуға барам, рөхсәт булыу менән посылкалар йыям. Эш хаҡым әллә ни ҙур булмаһа ла, иремдән бер тинен дә йәлләмәйем. Ә кешеләр мине йәлләй, йә кәмһетә. Имеш, һантый ҡатын енәйәтсе ирен көтә. Юҡ, һис тә бынан оялмайым. Йәлләмәгеҙ мине. Ирем – герой! Барыһы тураһында ла ентекләберәк һөйләйем әле. Сабир менән яраташып өйләнештек. Был етди, ғорур, ғәҙел егеткә күп ҡыҙҙар ҡарай ине, тик ул мине һайланы. Матур итеп ғаилә ҡорҙоҡ, тырышып донъя көттөк. Күпме генә тырышһаҡ та, тәүге дүрт йыл балабыҙ булманы. Ирем миңә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡайғырҙы быға. Мине һаҡлап ҡына йөрөттө, тапҡан аҡсаһына табиптарға ла, әбейҙәргә лә йөрөттө. Етди генә дауаланғандан һуң, бәхетебеҙ түңәрәкләнде: ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Сабир сабыйға ныҡ шатланды. Уны төндәрен йоҡламай ҡарашты, һәр саҡ үҙе менән алып йөрөттө, ҡулынан төшөрмәне. Айгөл дә миңә ҡарағанда атаһын яҡыныр