Ер еләге һәм ҡайын еләге япраҡтары — матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмдағы тоҙҙарҙы сығара, ангина ваҡытында яҡшы. Ҡылыс үлән (аир) — ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, елкенһенеүгә ҡаршы файҙаланыла, температураны төшөрә. Багульник үләне — үпкә ауырыуҙары, бөйөр, ашҡаҙан-эсәклек, тоҙ ултырыу ауырыуҙарынан, ревматизмдан ҡотҡара. Ҡайын япраҡтары — организмдан шлактарҙы сығара, ҡанды таҙартырта. Һыу боросо (горец перечный) — тире ауырыуҙары ваҡытында ҡулланыла. Мәтрүшкә — һалҡын тейгәндән, йоҡоһоҙлоҡтан файҙаланыла, нерв системаһын тынысландыра Һары мәтрүшкә — аш ҡайнатыуҙы һәм йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды туҡтата, тынысландыра, йүтәлдән ҡотҡара, стоматит һәм гингивит ваҡытында ҡулланыла.. Был үләндәрҙҽ июль айында йыйып киптҽрҽргә кәңәш итҽлә. Сығанаҡ һәм фото: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.