Найти тему
Башҡортостан гәзите

Таҡмаҡсылар бәйгеһе майҙанында – Зәк-Ишмәт оҫтаһы!

Көйөргәҙе районының Зәк-Ишмәт ауылында тыуып үҫкән конкурсантыбыҙ ғүмер буйы йәнтөйәгенә хеҙмәт итә, рухи һулыш өрә. Ул 30 йыл дауамында ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп хаҡлы яға сыҡҡан. Туйҙарҙа, байрамдарҙа таҡмаҡ әйтеп, сараның йәмен арттыра ул. Шаян таҡмаҡтарҙы үҙ итеүенең дә сәбәбе бар. - Атайым шаян кеше булды. Ҡыҙыҡ таҡмаҡтар уйлап сығара ине. Элек бит таҡмаҡ әйтеүселәр күп булды. Таҡмаҡтарҙы үҙ итеүем атайымдан килә, - тине ул. Ауылдаштары ла уның сығышын үҙ иткән: - Рәмилә Мансур ҡыҙы таҡмаҡтарҙы, йырҙарҙы матур башҡара. Ул тынғыһыҙ, киң күңелле, кешелекле һәм ярҙамсыл. Уның менән ғорурланабыҙ, яратабыҙ һәм үрнәк алабыҙ, - тиҙәр ауылдаштары. Зәк-Ишмәк йырсыһының киләһе көндәре лә йырлы-моңло булһын. Фото һәм видео: шәхси архивтан.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц