Башҡортостанда май уртаһында юғалған 31 йәшлек Гөлнара Михайлованы эҙләү дауам итә. Уны һуңғы тапҡыр Нефтекама ҡалаһында күргәндәр. Әле иһә “КП-Өфө” баҫмаһы ҡатындың апаһы менән бәйләнешкә сыҡҡан һәм был хәл тураһында һөйләгән. Уның әйтеүенсә, Гөлнараға оҡшаған кешене Краснокама районының Арлан ауылында күргәндәр. – Уға оҡшаған ҡатынды бер нисә көн дауамында Арлан ауылында күргәндәр. Унда барыр өсөн машинам булманы. Ә машина табып, эҙләргә барғас, тынлыҡ. Уны бер кем дә күрмәгәнгә бөгөн өсөнсө тәүлек инде. Минеңсә, уны иренең туғандары алып киткәндер – туйҙары шул ауылда булғайны, – тигән ул. – Бына уны йыраҡтан фотоға төшөргәндәр, ул кеүек. Шапкаһы аҫтынан ҡара сәстәре күренә, аяғында киткән саҡта кейгән аҡ кедалар. Ул ике көн Арланда ашханаға йөрөгән. Гөлнара Михайлованың билдәләре: ҡаҡса кәүҙәле, һоро күҙле, ҡара оҙон сәсле. Юғалған көндө спорт салбары, сыбар рубашка, аҡ кеды кейгән, үҙе менән аҡ куртка һәм документтар һалынған аҡ сумкаһы булған. Уны күргән йәки ҡайҙалығын белгән кешеләрҙе туғандары полицияға шылтыратыуҙарын йәки 8-965-661-37-84, 8-917-461-39-43 телефондары буйынса бәйләнешкә итеүҙәрен һорай. Фото: социаль селтәрҙәр.